Йәмғиәт
30 Ноябрь 2024, 18:00

Теге донъяла туғандарым көтә...

тине бер көндө өләсәйем һәм: "Кәрим, һине лә!" тип өҫтәп ҡуйҙы. Ысынлап та, ул шул көндө йоҡларға ятты ла ҡабат күҙен асманы, ә Кәрим туғаныбыҙ...   

Теге донъяла туғандарым көтә...Теге донъяла туғандарым көтә...
Теге донъяла туғандарым көтә...

Бәләкәй булһам да, ҡарт өләсәйемде бик яҡшы хәтерләйем. Уның үлеме лә минең хәтерҙә мәңгегә һаҡланып ҡалды.

Уның үлеме бик ауыр булды: ул ашаманы, торманы, ҡан баҫымы ла өҙлөкһөҙ һикерә ине. Әммә бер көндө ул урынынан тороп ятҡан ерен йыйыштырып, матур итеп кейенеп, сәсен тарай башланы. Бөтөн ғаиләбеҙ түшәктә йәшелсә кеүек ятҡан кешенең яңынан терелеүенә шаҡ ҡатты.

Шул көндө ул йырҙар йырлап ашарға әҙерләне, һәм йөҙө бик шат ине. Ә һуңынан уға  "һиңә еңелерәкме?" тигән һорауға, ул: "Мин әҙерләнәм бит. Мине туғандарыбыҙ көтә. Һәм һине, Кәрим, көтәләр!" - тине. Шулай итеп, ул шул көндө йоҡларға ятып үлеп тә китте. Ә Кәрим (беҙҙең туғаныбыҙ) бер айҙан аварияға эләгеп баҡыйлыҡҡа күсте."

Г.Б.

“Көнгәк” гәзите төркөмөнән.

Теге донъяла туғандарым көтә...
Теге донъяла туғандарым көтә...
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас