Кисә төн менән Иглин районында булған ҡурҡыныс хәл тураһында хәбәр иткәйнек. 14 йәшлек ҡыҙ бала төн уртаһында уянып китә һәм өйҙә ата-әсәһен таба алмағас, урамға сыға. Гаражда ул ҡот осҡос күренешкә юлыға: әсәһе лә, атаһы ла үлгән... Тәүге фараз буйынса, улар өс балаһын етем ҡалдырып, үҙ-үҙенә ҡул һалған.
Бөгөн был хәл буйынса анығыраҡ билдәле булды. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, төндә өс балалары йоҡларға ятҡас, ирле-ҡатынлы гаражға сыға. Унда улар талаша – ир ҡатынын көнләшә. Бер мәлдә ул ҡулына трос ала һәм ҡатынын быуып үлтерә. Тәүҙә ул был хәлде ҡатыны үҙенә ҡул һалған кеүек итеп күрһәтергә тырыша, ләкин һуңғараҡ үҙе лә ҡурҡыныс аҙымға бара. Кәүҙәләрҙе ҡыҙы таба, урынға полиция, тәфтишселәр, табиптар килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар икеһе лә һәләк булған.
Өс бала ата-әсәйһеҙ ҡалды, әлеге ваҡытта улар туғандарында.
Шул уҡ ваҡытта күршеләре был ғаилә тураһында тик ыңғай һүҙҙәр әйтә. Ғаиләлә бындай фажиғә ни сәбәпле килеп сыҡҡанын тәфтишселәр асыҡлай.
Фото: "Честный репортаж".