Күптән түгел “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто журналистары махсус хәрби операция зонаһына эш сәфәре барышында запорожье йүнәлешендә хәрбиҙәр менән осрашты. Улар араһыһында “Радий” ҡушаматлы яугир ҙа бар ине. Ул бик ҡыҙыҡлы әңгәмәсе һәм үҙенсәлекле шәхес булып сыҡты.
“Радий” ҡушаматы уға Һарытауҙа хәрби әҙерлек мәлендә үк “йоҡҡан”. Башҡортостан Башлығын ныҡ хәтерләтәһең тип, шулай атағандар. Алғы һыҙыҡта ла ошо ҡушамат менән йөрөй ул.
Алғы һыҙыҡҡа ла ул матбуғат йортонда эшләп йөрөгән еренән китергә була. Уны бөтөн ҙур коллектив менән оҙатып ҡалғайныҡ. “Радий” хеҙмәттәштәре Вәдүт Исхаҡов, Айнар Байбулатов, Илшат Зәриповты һәм башҡаларҙы йылы һүҙҙәр менән хәтерләп алды.
Өйҙән мең километр ара айыра, шуға ҡарамаҫтан, бында ла яҡташтар менән бергә улар. Тиҫтәләгән, йөҙләгән километрҙа Башҡортостан егеттәре – башҡорттар, татарҙар, сыуаштар, мордва, урыҫтар оборона тота. Бөтәһе лә үҙебеҙҙеке, бөтәһе лә туғандар кеүек.
«Радий» һөйләүенсә, улар бында килгәндә ҡола ялан булған. “Тиҙ арала позицияларҙы тәртипкә килтерергә, окоптар ҡаҙырға, блиндаждар төҙөргә кәрәк ине. Көнө-төнө эшләнек. Хәҙер барыһы ла эшләнде, позицияларҙы даими нығытырға кәрәк. Был еңелерәк бирелә, сөнки тәжрибә тупланған. Яугирҙәр нисек һәм нимә эшләргә кәрәклеген белә һәм үҙҙәренә уңайлы шарттар булдыра”, - ти ул.
Ошонда уҡ «Радий» уҡсы-санитар әҙерлек, медицина курстарын үткән. Яугирҙарҙы төрлө яҡтан хәрби шарттарға әҙерләгәндәр. Әгәр ике йыл элекке кеше менән сағыштырғанда, айырма ҙур буласаҡ.
Яҡташтарыбыҙҙың ярҙамы һәм хәстәрлеге бында, Запорожьела ла килеп етә. Улар ағас, төҙөлөш материалдары, хатта ябай таҙа һыу ебәрә. Гуманитар конвойҙарҙы йыйыу һәм оҙатыу менән шөғөлләнгәндәрҙең барыһына ла Шишмә районынан, Өфөнөң Совет, Киров һәм Октябрь райондарынан күп ярҙам күрһәтелә. «Радий» тыуып үҫкән Өфө районының Красный Яр ауылы ла ситтә ҡалмаған. Ул отпускыға ҡайтҡанда урындағы ирекмәндәр уға маскировка селтәрҙәре үреп тапшырған. Улар алғы һыҙыҡтағы йәшел төҫкә шул тиклем тап килә, хатта йәшенгән позициялары дошманға күренмәй ҡала.
- Бынан тыш, волонтерҙар беҙҙе таҡталар, ОСП, башҡа төҙөлөш йһаздары менән даими тәьмин итә - быларҙың барыһы ла блиндаждар төҙөү өсөн кәрәк. Беҙ уларҙы ер аҫтында булһа ла, ысын йорттар кеүек төҙөйбөҙ. Бензин бысҡылар һәм башҡа инструменттарға ҡытлыҡ бар. Әлбиттә, быларҙың күбеһен үҙебеҙ ҙә алабыҙ. Туҡланыу менән проблемалар юҡ: Оборона министрлығы тушенка һәм ярмалар менән тәьмин итә, ә ирекмәндәр төрлөлөк өҫтәй - өйҙән ебәрелгән бал, ҡуйыртылған һөт һәм башҡа күстәнәстәр килтерә. Хатта ҡайһы берҙә беҙҙе сиктән тыш иркәләйҙәр кеүек тойола, әммә тәүге осорҙарҙа яҡташтарыбыҙҙың ярҙамы ғәйәт ҙур, баһалап бөткөһөҙ булды - тыуған усаҡтың йылыһы һиҙелде, әйтерһең дә, һин өйҙә, Башҡортостанда, - тип һөйләй «Радий».
Әйткәндәй, яугир, ирекмәндәр бик тиҙ эш итә тип билдәләй: улар һәр аныҡ минутта алғы һыҙыҡта нимә талап ителеүен яҡшы белә һәм үтенестәрҙе тормошҡа ашырып тора.
- Был яугирҙәр өсөн бик мөһим, - ти «Радий».
Яугирҙе өйҙә ике балаһы көтә. Әйтергә кәрәк, уның балаларға ҡарата айырыуса йылы мөнәсәббәттә булыуы һиҙелә. Тыныс тормошта ул «Аманат» балалар баҫмаһын художестволы биҙәү менән шөғөлләнде һәм балаларҙың үҙенсәлекле аудитория икәнен аңланы. Күңел, илһам һалмайынса жирналды биҙәү мөмкин түгеллеген аңлай ине.
“Журналды биҙәгәндә, баҫмаға әҙерләгәндә күңелеңдә үҙең бала булмаһаң, бала йөрәгенә асҡыс та таба алмайһың ул. Шуға ла “Радий” донъға асыҡ, гел ҡыҙыҡһыныусан булды, килсәктә барыһы ла яҡшы булырына инанды”, - ти хеҙмәттәше хаҡында коллегаһы, «Тамаша» журналының баш мөхәррире Илшат Зарипов.
Текст һәм фото авторы: Ринат ШӘЙБӘКОВ.