Элекке һымаҡ гөрләтеп өмәләр уҙғарыу бөгөн дә юғалмаған әле. Миәкә районының Боғҙан ауылынан Әнфисә менән Рәфис Латыповтар йортонда ла ҡаҙ өмәһе уҙҙы. Быйыл улар 50 ҡаҙ бәпкәһе алып үҫтергән. Күпләп мал-тыуар тотоу, ҡош-ҡорт аҫрау был ғаиләлә ғәҙәти хәл. Тырышҡас, ғаиләгә килеме килеп тора.
- Мал ҡарауы еңел булмаһа ла, аҡсалата файҙаһын күргәс, эшкә дәрт арта. Һаулыҡ булһа, киләсәктә лә күпләп мал тоторға уйлайбыҙ, - ти ғаилә башлығы Рәфис Рәшит улы.
50 ҡаҙҙы бер көндә эшкәртеү бөтөү мөмкин түгел, өмә бер нисә көнгә һуҙылған.
- Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан улыбыҙға ла ҡаҙ итен ауыҙ иттерә алдыҡ. Илгә тыныслыҡ ҡайтып, балалар, туғандар менән бергәләп ашарға яҙһын ҡаҙҙарыбыҙҙы, - тип теләй әсәй кеше.
Тап Латыповтар һымаҡ егәрле, тырыш ғаиләләр һүндермәй ауылдарҙағы тормошто.
Зөлхизә Әмирова фотолары.