Йәмғиәт
3 Декабрь 2024, 13:50

Радий Хәбиров Урмансылар паркында булды

Республикала йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү эше дауам итә.

Радий Хәбиров Урмансылар паркында булдыРадий Хәбиров Урмансылар паркында булды
Радий Хәбиров Урмансылар паркында булды

3 декабрҙә эш сәфәре барышында республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә Урмансылар паркында булды. Йәмәғәт киңлеге "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проекты, шулай уҡ "Өфө парктары" программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелгән. Территорияны модернизациялауға 386 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән, шул иҫәптән 220 миллион – федераль, 147 миллион – төбәк, 19 миллион – урындағы бюджеттан.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк етәксеһе 2021 йылдың авгусында баш ҡаланың рекреацион зоналарына барған саҡта Өфөлә йәшәүселәр менән Урмансылар паркын яңыртыу концепцияһын тикшерҙе. Халыҡтың фекерен иҫәпкә алып, урында велосипедта йөрөү өсөн яңы юлдар, мәғлүмәт стендары, ял итеү өсөн эскәмйәләр һәм башҡалар барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ төҙөүселәр балалар һәм спорт майҙансығына хәүефһеҙ резина япма түшәгән.

Паркта Радий Хәбиров шулай уҡ вольер хужалығы майҙансығында булды. Әйткәндәй, уның нигеҙендә заманса зоопарк булдырыу күҙаллана. Сәфәр барышында төбәк етәксеһе урындағы халыҡ менән дә аралашты.

Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы Өфөнөң һәм республиканың район үҙәктәренең йәмәғәт киңлектәрен яңыртыу буйынса системалы эште дауам итәсәген билдәләне.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас