Йәмғиәт
4 Декабрь 2024, 13:30

Башҡортостанда “Теләктәр шыршыһы”ның беренсе этабы үтә

Республикабыҙ тағы ла Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла. Ғаризаларҙы 20 декабргә тиклем бирергә мөмкин.

Башҡортостанда “Теләктәр шыршыһы”ның беренсе этабы үтәБашҡортостанда “Теләктәр шыршыһы”ның беренсе этабы үтә
Башҡортостанда “Теләктәр шыршыһы”ның беренсе этабы үтә

Республикабыҙ тағы ла Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла. Ғаризаларҙы 20 декабргә тиклем бирергә мөмкин.

Акцияла 3–17 йәштәге, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән, етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм, мохтажлыҡ кисергән ғаиләләрҙәге, МХО яугирҙәренең балалары, ДХР, ЛХР, Запорожье һәм Херсон өлкәләрендә йәшәүселәр, йәшәү урынын ташлап китергә мәжбүр булған Белгород, Брянск һәм Курск өлкәләре балалары ҡатнаша ала.

Бының өсөн “Елка желаний.рф” сайтына инергә һәм “Стать мечтателем” төймәһенә баҫып, теркәлеү үткәс, шәхси кабинетҡа инергә лә анкетаны тултырырға кәрәк. Категорияны иҫбатлаған документтарҙы беркетергә, ғаризаны тамамлап ҡуйырға. Бер нисә бала булһа, анкетаны һәр береһенә тултырыу мөһим.

Теләгән бер кеше акцияның партнеры була ала. Дәүләт учреждениелары, коммерция ойошмалары, шәхсән ҡатнашыусылар – һәр кемдең ярҙамға мохтаж булғандарға мөғжизә бүләк итеү мөмкинлеге бар. Акцияның сайтына инеп, тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итерлек теләкте һайларға кәрәк.

Изгелекле акция Рәсәйҙә 2018 йылдан алып үткәрелә. Уға йыл да Президентыбыҙ ҙа ҡушыла.

Үткән йылы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ысын кино студияһына барырға хыялланған бәләкәй Өфө ҡыҙының теләген үтәне.

Быйылғы “Теләктәр шыршыһы” 15 ноябрҙән 28 февралгә тиклем бара.

Мәғлүмәт, фото: resbash.ru/news/

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас