Йәмғиәт
8 Декабрь 2024, 10:45

Ауыр хәбәр: коллегабыҙ вафат булған

Уның менән иртәгә бәхилләшәләр... 

Ауыр хәбәр: коллегабыҙ вафат булғанАуыр хәбәр: коллегабыҙ вафат булған
Ауыр хәбәр: коллегабыҙ вафат булған

Ауыр хәбәр еткерәбеҙ, бөгөн коллегабыҙ, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Фирҙәүес Әхмәтйәнова вафат булған. Был хаҡта уның “Учалы гәзите”нән коллегалары хәбәр итте.

Фирҙәүес Ишморат ҡыҙы Әхмәтйәнова 1964 йылдың 1 сентябрендә Ишембай районының Яр-Бишҡаҙаҡ ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Хеҙмәт карьераһын “Серп и молот” гәзите редакцияһында башлай. Хәбәрсенән алып баш мөхәрриргә тиклем хеҙмәт юлы үтә.

Фирҙәүес Ишморат ҡыҙы оҙаҡ йылдар Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының матбуғат киң мәғлүмәт саралары бүлеге етәксеһе булып эшләй.

2021 йылда Фирҙәүес Ишморат ҡыҙы Әхмәтйәнова “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы – Учалы мәғлүмәт үҙәге директоры итеп тәғәйенләнде.

Яҡынса мәғлүмәт буйынса, уның хушлашыу 10 декабрҙә Учалы ҡалаһында була.

Беҙ хеҙмәттәшебеҙҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас