Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Башҡортостан халҡы менән “Тура бәйләнеш”е мәлендәге бер һорау муниципалитеттарҙа кадрҙар мәсьәләһе, район башлығы вазифаһын биләгән ҡатын-ҡыҙҙарға ла ҡағылды. Төбәк етәксеһе район башлыҡтарын һайлағанда шәхси, профессионал сифаттарына иғтибар итеүен билдәләне. Бер нисә йыл элек уларҙың йәше 53 булһа, хәҙер 43-45 йәшлектәр биләүен дә әйтеп үтте. Район башлығы вазифаһына тәғәйенләнгән ҡатын-ҡыҙҙар арта барыуына туҡталып, гүзәл заттарҙың яуаплыраҡ икәнлеген, улар етәкселек иткән муниципалитеттар өсөн тыныс булыуын да иғтибарға алды.
“Тура бәйләнеш” тә район башлыҡтарын һайлауға ҡағылған һорауға ҡарата үҙенең фекерҙәре менән Башҡортостан Республикаһының Йәштәр Хөкүмәте рәйесе Вилдан Иҫәнгилдин уртаҡлашты.
-Ысынлап та, район башлығы вазифаһын башҡарыу яуаплы эш. Муниципаль кимәлдә уңышлы эшләү өсөн шәхси һәм профессионал сифаттар талап ителә. Төп иғтибарҙы шәхси сифаттарға йүнәлтеү мөһим, сөнки бары тик тәрбиәле, кешелекле етәксе генә ыңғай мөхит тыуҙыра ала. Хатта профессионал яҡтан идеаль булмаған хәлдә лә. Шул уҡ ваҡытта әүҙем рәүештә үҙ райондары өсөн эшләүҙәре мөһим. Район башлыҡтарын һайлау буйынса ентекле эш башҡарылыуын билдәләү мөһим. Уларҙың уртаса йәштәре 45-46 йәш булыуы йәштәрҙең ылығыуы тураһында һөйләй.
Идара итеүҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың булыуы ла яҡшыға, тигән фекерҙәмен. Әлеге мәлдә республикала дүрт гүзәл зат районға етәкселек итә. Был да идара итеүҙә уларҙың һанының артыуын билдәләй. Район башлығы вазифаһы физик яҡтан ауыр ирҙәр эше булһа ла, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡуйылған бурысҡа үтә яуаплы ҡарашы быны уңышлы башҡарырға булышлыҡ итә. Ғөмүмән, ниндәй генә енес кешеһе булыуға ҡарамаҫтан, был вазифала профессиональ яҡтан оҫталыҡ, намыҫлы булыу ҙур роль уйнай, – тип һөйләне Вилдан Фазылйән улы.
Ошо һорауға ҡағылышлы Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясовтың фекере менән дә ҡыҙыҡһындыҡ.
–Район башлығы етәксеһе эше еңел түгел. Был бурыстың ауыр ҙа, яуаплы ла икәнлеген Радий Фәрит улы ла бик дөрөҫ билдәләне. “Тура бәйләнеш”тә яңғыраған “район етәксеһе иң беренсе профессионал һәм кешелекле булырға тейеш” тигән фекер менән дә тулыһынса килешәм. Шуны ла өҫтәп әйтер инем, кешелекле булырға тейеш, ләкин йомшаҡ түгел. Нимә, нисек эшләргә, финанслау сығанаҡтары, хәл итеү алымдары – был һорауҙар буйынса уның башында аныҡ фекерҙәрҙең булыуы мөһим. “Тура бәйләнеш”тә әле район башлыҡтарының уртаса йәше яҡынса 45 йәш булыуы ла әйтеп үтелде. Тап ошо осорға кеше был вазифа өсөн формалаша. Район башлығы кеүек яуаплы вазифаға тәғәйенләнгәндә уның билдәле тормош тәжрибәһе, дәүләт өлкәһендә, сәнәғәт, ауыл хужалығы тармағында етәкселек итеү тәжрибәһе булырға тейеш. Сөнки башлыҡ районда барыһы өсөн дә яуап бирә. Халыҡ менән туранан-тура бәйләнештә эшләй. Шуға ла кешелелелек, професиионал сифаттар тәүге урында булырға тейеш. Власта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа кәрәк. Улар хатта ир-егеттәргә ҡарағанда бурыстарын теүәлерәк башҡара, тигән фекер ҙә дөрөҫ тип уйлайым. Был уларға хас булған ентеклелек, яуаплылыҡ сифаттарының көслө булыуына ла бәйле. Шуға ла район башлыҡтары командаһында ҡатын-ҡыҙҙар һанын арттырырға кәрәктер, – тине Юлай Талха улы.
Фотолар әңгәмәселәрҙең архивынан.