Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Декабрь , 06:00

Бөтәүләй бешерелгән ҡаҙ – табын күрке

Яҡшембәт уңғанынан Яңы йылға шәп рецепт. Һаҡлап ҡуйығыҙ.

Бөтәүләй бешерелгән ҡаҙ – табын күрке
Бөтәүләй бешерелгән ҡаҙ – табын күрке

Яңы йыл табынына ҡаҙығыҙҙы Көйөргәҙе районының Яҡшембәт ауылынан аш-һыу оҫтаһы Рәйлә Атйетәрованың рецебы менән бешерһәгеҙ һис тә үкенмәҫһегеҙ. Һүҙҙе уға бирәбеҙ.

 – Бер баш һарымһаҡты тештәренә бүлеп таҙартырға ла ҡырғыс аша үткәрергә. Һарымһаҡҡа ҡара борос, тимьян, розмарин, 1,5 сәй ҡалағы тоҙ һалып болғатырға, көнбағыш майы өҫтәргә. Әфлисунды уртаға бүлеп, һутын һығырға. Ошо ҡатнашманы ҡаҙҙың эсенә-тышына яҡшылап һөртөргә.

Һуңынан ҡаҙҙы полиэтилен тоҡсайға һалып бәйләп, төнгөлөккә һыуытҡысҡа ҡуйырға кәрәк. 3-4 әсе алманы йыуып ике өлөшкә бүлергә, орлоҡтарын алырға, ҡараймаһын өсөн лимон һуты һибергә. Ҡаҙҙың эсенә алмаларҙы тултырырға һәм аҫҡы яҡты тегергә. Ҡағыҙ салфетка менән ҡаҙҙың өҫтөн  һөртөп алырға, был һарымһаҡ көймәһен өсөн эшләнә.

Артабан духовка тимеренә фольга түшәйбеҙ. Ҡаҙҙың үҙен дә бер нисә ҡат фольга менән ныҡ итеп урап, 220 градусҡа тиклемге ҡыҙған мейескә 45 минутҡа ҡуябыҙ. Һуңынан 170 градусҡаса кәметәбеҙ һәм 1,5-2 сәғәт бешерәбеҙ.

Иттән сыҡҡан һутты бер һауытҡа һөҙөп, 2 сәй ҡалағы бал һалып болғатып ҡаҙ өҫтөнә һөртәбеҙ. Шунан тағы ла 40 минутҡа духовка эсенә тығырға була.

Бик тәмле килеп сыға. Бының өсөн бер түшкә ҡаҙ, бер баш һарымһаҡ, берәр сәй ҡалағы тимьян, розмарин, 1,5 сәй ҡалағы тоҙ, ике аш ҡалағы көнбағыш майы, бер әфлисун, сама менән төйөлгән ҡара борос, 3-4 алма, ике аш ҡалағы лимон һуты, ике сәй ҡалағы бал кәрәк була, – тип һөйләне Рәйлә апай.

Оҫтанан өйрәнеп беҙ ҙә бешереп ҡарайыҡ. Ашығыҙ тәмле булһын!

Рәйлә Атйетәрованың фотолары.

 

Бөтәүләй бешерелгән ҡаҙ – табын күрке
Бөтәүләй бешерелгән ҡаҙ – табын күрке
Бөтәүләй бешерелгән ҡаҙ – табын күрке
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: