Йәмғиәт
9 Декабрь 2024, 09:00

Салауат Юлаев һәйкәле төҙөкләндерелеүен күҙәтеп барасаҡтар

Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлау идаралығы етәксеһе Салауат Ҡолбахтин милли геройыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәленә бәйле түбәндәгеләр тураһында хәбәр итте.

Салауат Юлаев һәйкәле төҙөкләндерелеүен күҙәтеп барасаҡтарСалауат Юлаев һәйкәле төҙөкләндерелеүен күҙәтеп барасаҡтар
Салауат Юлаев һәйкәле төҙөкләндерелеүен күҙәтеп барасаҡтар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡы менән тура бәйләнеш ваҡытында милли геройыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәленә бәйле: “Бөгөн генә реконструкциялау проекты дәүләт федераль эксперт комиссияһының ыңғай һығымтаһын алды. Эштәрҙе башлау өсөн документтарыбыҙ бар. Уға тиклем нисек быны эшләргә кәрәклеген бергәләп тикшерәбеҙ әле. Бөтәһе лә аңлаһын өсөн: реконструкция хатта һәйкәлдең ҡайһы бер өлөштәрен алмаштырыуҙы күҙ уңында тота”, - тип аңлатҡайны.

Төҙөкләндерә башлау өсөн 2025 йылда республика ҡаҙнаһынан аҡса бүленә, тип билдәләне Радий Хәбиров. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, реставрация йыл ярым самаһы ваҡытты аласаҡ. Ул шулай уҡ һәйкәлде һүтеүгә ҡағылышлы фекерен белдерҙе, был - эксперт комиссияһының талабы.

Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлау идаралығы етәксеһе Салауат Ҡолбахтин 2018 йылда уҡ  һәйкәлдең реставрациялауға мохтаж икәнлеге тураһында белдерҙе. 

- Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлау идаралығы был хәлде беренсе йыл ғына контролдә тотмай. Йәмәғәтселектең борсолоуы ла аңлашыла, сөнки һүҙ Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаев һәйкәле тураһында бара. Өҫтәүенә ул Өфөләге мөһим урындарҙың береһе булып тора.

Бирелгән федераль вәкәләттәргә ярашлы, ведомствобыҙ реставрация ваҡытында дәүләт контролен тәьмин итәсәк. Тағы, мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса  ҡануниәт тарафынан ҡаралмаһа ла,  Күҙәтеүселәр советын ойошторҙоҡ. Уның составында – төҙөлөш, архитектура, тарих өлкәһендә үҙен күрһәткән кешеләр. Улар эштәр барышында йәмәғәт контроле функцияһын үтәйәсәк, - тине Салауат Ҡолбахтин.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас