Йәмғиәт
10 Декабрь 2024, 13:30

Ҡала һәм ауылдар тағы ла нығыраҡ матурлана

2024 йылда республикала 123 йәмәғәт киңлеген тәртипкә килтерҙеләр, шуларҙың 71-е - ҡалаларҙа һәм 52-һе - ауылдарҙа.

Ҡала һәм ауылдар тағы ла нығыраҡ матурланаҠала һәм ауылдар тағы ла нығыраҡ матурлана
Ҡала һәм ауылдар тағы ла нығыраҡ матурлана

2019 йылдан Башҡортостанда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты буйынса 806 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова ошо хаҡта хәбәр итте.

Был маҡсатҡа бөтәһе 8,2 миллиард һум йүнәлтелгән, шуның 90 проценты тирәһе - федераль аҡса.

2024 йылда республикала 123 йәмәғәт киңлеген тәртипкә килтерҙеләр, шуларҙың 71-е - ҡалаларҙа һәм 52-һе - ауылдарҙа. Мәҫәлән, Өфөлә - Башҡортостандың Урмансылар паркы, Бәләбәйҙә - үҙәк урамдарҙа йәйәүлеләр зонаһы, Октябрьский ҡалаһында һәм Николо-Берёзовка ауылында - Еңеү парктары, Асҡын ауылында Бурминки йылғаһының яр буйы төҙөкләндерелде.

“Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты буйынса төҙөкләндерелгән барлыҡ объекттарҙы Бөтә Рәсәй тауыш биреүе барышында халыҡ үҙе һайлай. Быйыл унда Башҡортостандан 974 мең кеше ҡатнашты – был күрһәткес буйынса республика Рәсәйҙә лидер булып тора. Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса 2025 йылда “Йәшәү өсөн инфраструктура” яңы милли проекты сиктәрендә тәртип булдырасаҡ 94 биләмә билдәләнде лә инде. Ошо маҡсатҡа 1,2 миллиард һум йүнәлтелә.

- “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” - ысынлап та киңлектәрҙе үҙгәрткән ҙур проект, - тине Радий Хәбиров. - Артабан да уны шулай сифатлы итеп тормошҡа ашырырға кәрәк.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас