

Строим.дом.рф порталындағы каталогта “Эскроу менән төҙөлөш“ тигән махсус билдә менән проекттар таба алаһығыҙ. Был төҙөлөш өсөн аҡса, шул иҫәптән ипотекаға алынғандары ла, һаҡланылған иҫәптә ышаныслы ята тигәнде аңлата (ул эскроу иҫәбе тип атала).
Аҡса подрядсыға төҙөлөш тамамланғандан һуң һәм һеҙгә әҙер йорт тапшырылғандан һуң ғына күсереләсәк. Ә бына йортто подрядсы үҙ аҡсаһына йәки банк кредиты иҫәбенә төҙөйәсәк. Бөтә мөһим шарттар, шул иҫәптән эштәрҙең ваҡыты һәм хаҡы, подряд килешеүе менән нығытыла.
Подряд ойошмаһы хәүефһеҙ схема буйынса төҙөйәсәк йорт проектын ошо һылтанма https://строим.дом.рф/project буйынса һайларға мөмкин.