Йәмғиәт
10 Декабрь 2024, 03:00

Испанияны ҡар баҫҡан

Иң күп ҡарҙың яуыуы Маврид ҡалаһында теркәлгән.

Испанияны ҡар баҫҡанИспанияны ҡар баҫҡан
Испанияны ҡар баҫҡан

Тәбиғәттең үҙ ҡанундары: йылы яҡтарҙа ла ҡар яуған. Испанияла көслө бурандар ҡотора. Ярты быуатлыҡ донъя рекорды ҡуйылған, яҡынса дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән. Ҡалалар ҡар өйөмө аҫтында ҡалған. Иң күп ҡарҙың яуыуы Маврид ҡалаһында теркәлгән, урыны менән 40 сантиметрға еткән.

Күп райондарҙа тимер юл һәм һауа юлдары аша элемтә боҙолған, ҡар көрттәре арҡаһында трассалар ябылған.

Әйткәндәй, бөгөн Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә, урыны менән юлдарҙың айырым участкаларында ҡар һырынтылары, көрт һаласаҡ. Шулай уҡ ел тиҙлеге секундына 16 метрға етә.

Фото һәм сығанаҡ: “Интернат”

Автор:Карима Усманова
Читайте нас