Йәмғиәт
10 Декабрь 2024, 15:30

IT-тармаҡ ярҙамһыҙ ҡалмай

Башҡортостанда IT-технология өлкәһендә йәмғеһе 226 аккредитацияланған компания эшләй.

IT-тармаҡ ярҙамһыҙ ҡалмайIT-тармаҡ ярҙамһыҙ ҡалмай
IT-тармаҡ ярҙамһыҙ ҡалмай

10 декабрҙә республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә төбәктә мәғлүмәт технологиялары тармағына ярҙам күрһәтеүҙе ҡаранылар. Республиканың дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры вазифаһын башҡарыусы Геннадий Разумикин IT-компанияларҙың йылдам үҫешенә йүнәлтелгән төп саралар менән таныштырҙы.

Башҡортостанда IT-технология өлкәһендә йәмғеһе 226 аккредитацияланған компания эшләй. Төбәктә аккредитация процесын еңеләйтеү өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре” – “Башҡортостан стартаптары реестры” республика порталында махсус сервис булдырылды. Ул өс йылдан кәмерәк ваҡыт элек булдырылған һәм 1 миллион һумдан әҙерәк килем алған ойошмаларға статусын тиҙерәк раҫларға мөмкинлек бирә.

Аккредитация үткән IT-компаниялар льготалар – страховка взностарын 14 проценттан 7,6 процентҡа тиклем кәметеү, продукция өсөн Рәсәйҙең программа тәьминәте реестрынан өҫтәлгән хаҡҡа һалымдан азат итеү һәм һалым һалыуҙың дөйөм системаһында компаниялар өсөн табышҡа һалымды бөтөрөү менән файҙалана ала. 2025 йылдан мәғлүмәт технологиялары һәм телекоммуникациялар өлкәһендә эшмәкәрлек алып барған компаниялар өсөн федераль инвестиция һалым ҡайтармаһы ғәмәлгә инәсәк.

Бынан тыш, 2022 йылдан Башҡортостанда һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһын ҡулланыусы IT-компаниялар өсөн һалым ташламалары булдырылды. Бындай ярҙам сараһы 2024 йылға тиклем генә дауам итер тип күҙалланғайны.

– Һалым льготалары ғәмәлгә ингәндән алып бюджетҡа керемдәр кәмемәне, киреһенсә, артты. Шуға күрә әлеге ярҙам сараһын тағы өс йылға оҙайтырға тәҡдим иттек. Был башланғысты республиканың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ултырышында хупланылар, һәм һеҙ, Радий Фәрит улы, тейешле документҡа ҡул ҡуйҙығыҙ. Шуның өсөн төбәктең IT-берләшмәһе ҙур рәхмәт белдерә, - тине Геннадий Разумикин.

Эре проекттарҙы ғәмәлгә ашырған компаниялар шулай уҡ льготалы кредиттар йәлеп итә ала. Башҡортостанда 342 миллион һумлыҡ ошондай дүрт кредит бирелде.

Республика үҙ яғынан төбәк финанс ярҙамы күрһәтә. 2023 йылда Башҡортостан бюджетынан интеллектуаль милек объекттарын төҙөүгә 9 миллион һум бүленде.

Шулай уҡ төбәктә IT-ипотека үҫешә. Федераль программа ғәмәлдә булған осорҙа республикаға 9,5 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән. 2023 йылдан төбәк IT-ипотека эшләй башланы. Уның шарттары буйынса федераль процент ставкаһын бер процентҡа субсидиялайҙар, шул рәүешле Рәсәйҙә ипотека кредиты буйынса процент йөкләмәһе - 6 процент, ә Башҡортостанда 5 процент тәшкил итә.

IT-компанияларҙың эшен координациялау өсөн Башҡортостандың Инвестиция порталында махсус бүлек булдырылды. Унда ентекле инструкциялар һәм документтарҙың шаблондарын табырға мөмкин. Йәмәғәтселек менән оператив бәйләнеш өсөн телеграм-канал эшләй.

Башҡортостан “Мәғлүмәттәр иҡтисады” яңы милли проекты сиктәрендә IT-тармаҡҡа ярҙам итеү юлдарын яйға һалыуын дауам итә.

Башҡортостан Башлығы ведомство эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен ыңғай баһаланы һәм эште дауам итергә ҡушты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас