Һуңғы биш йыл Рәсәй, Башҡортостан, шул иҫәптән ҡоролтай башҡарма комитеты өсөн дә, көсөргәнешле эш, ныҡлы һынау йылдары булды тип әйтергә мөмкин. 12 - 14 декабрҙә Өфөлә VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә. Мөһим йыйын алдынан Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Эльвира Сабирова үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
– Был йылдарҙа районыбыҙҙа республика кимәлендәге күп төрлө йүнәлештәге милли-мәҙәни саралар үткәрелде. Уларға әҙерлек барышында мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау ойошмаларының матди базаһы нығытылды, ҙур ремонт эштәре башҡарылды, районыбыҙ биләмәһендә киң масштаблы төҙөкләндереү эштәре алып барылды, - тип һөйләне Эльвира Сабирова. - Барлыҡ ыңғай башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа район етәкселеге, район, ауыл советтары депутаттары менән бер рәттән, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ла берҙәй ныҡлы терәк һәм таяныс булып, халыҡ араһында аңлатыу-ойоштороу эштәре уртаһында ҡайнаны.
Ғафури районы башҡорттар ҡоролтайы урынбаҫары Эльвира Сабированың хәбәр итеүенсә, 2019 йылда үткән “Мәргән уҡсы” халыҡ-ара фестивале, шул уҡ йылда “Башҡортостандың географик үҙәге” стелаһы асыла. 2021 йылдың авгусында һабантуй майҙаны республикабыҙҙың “Бал байрамы” үҙәгенә әүерелде. 2022 йылдың июнендә Еҙем буйындағы “Башҡортостан йөрәге” майҙансығы Табын ырыуы йәштәренең 4-се төбәк-ара “Табынфест” фестивален ҡабул итте һәм ул юғары кимәлдә уҙғарылып, “өлгөлө сара” баһаһын алды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң уңышлы проекттарының береһе булған “Айыҡ ауыл” конкурсында ла Ғафури районы ауылдары даими ҡатнаша. Оло Үтәш ауылы, мәҫәлән, бәләкәй ауылдар араһында республикабыҙҙа 2-се урынды алды. Ошо конкурс сиктәрендә бында бик күп күләмле һәм сағыу саралар уҙғарылды, шуларҙан “Ҡышҡы һабантуй”, “Мәргән уҡсы” ярышын, “Ауылым – минең ҡәлғәм” сараларын атарға була. “Айыҡ ауыл” конкурсының быйылғыһында яугилделәр ҙә уңышлы сығыш яһаны. 2023 йыл аҙағында Яугилде ауылында Солтанморатовтар йортонда башҡорт йолаларына нигеҙләнгән бай йөкмәткеле “Ҡаҙ өмәһе”, ә 2024 йылдың 15 февралендә шул уҡ Яугилделә “Ҡышҡы ғаилә уйындары” гөрләп уҙҙы.
Шулай уҡ һуңғы йылдарҙа районда традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса төрлө ярыштар ойошторола, уҡсылар һаны йылдам үҫә. Уҡлыҡая янындағы хозур тәбиғәт, тәрән мәғәнәле һәйкәл-стелаларҙы үҙ эсенә алған “Башҡортостан йөрәге” майҙаны йыл да тиерлек мәргән уҡсыларҙы йыя. Былтыр бында “Уҡлыҡая уғатары” тип аталған һыбай килеш традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса республика фестивале булды.