Йәмғиәт
10 Декабря 2024, 16:45

Тура бәйләнеш мәсьәләләре хәл ителә башланы ла

Башлыҡҡа бөтәһе 9,5 мең мөрәжәғәт, шул иҫәптән 276 видеомөрәжәғәт килгән. Халыҡ 4,5 мең һорауҙы - социаль селтәрҙәр, 3,1 меңен - телеграм-бот, 1,3 меңен - Башҡортостан Башлығы сайтына һәм 600-ҙән ашыу мөрәжәғәтте Кире бәйләнеш платформаһы аша ебәргән.

Тура бәйләнеш мәсьәләләре хәл ителә башланы лаТура бәйләнеш мәсьәләләре хәл ителә башланы ла
Тура бәйләнеш мәсьәләләре хәл ителә башланы ла

10 декабрҙә Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 3 декабрҙә уҙған Тура бәйләнеш йомғаҡтарын тикшерҙе.

Уға бөтәһе 9,5 мең мөрәжәғәт, шул иҫәптән 276 видеомөрәжәғәт килгән. Халыҡ 4,5 мең һорауҙы - социаль селтәрҙәр, 3,1 меңен - телеграм-бот, 1,3 меңен - Башҡортостан Башлығы сайтына һәм 600-ҙән ашыу мөрәжәғәтте Кире бәйләнеш платформаһы аша ебәргән.

– 246 мөрәжәғәт, шул иҫәптән ашығыс һорауҙар ҡаралды ла инде, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Мәҫәлән, тура бәйләнеш барышында малай үҙенең уйын ҡорамалын урлауҙары хаҡында һөйләне. Хоҡуҡ һаҡлау органдарының оператив эш итеүе арҡаһында енәйәт шунда уҡ тиерлек асылған. Тиҙ арала эш итеүегеҙ өсөн рәхмәт.

Ҡайһы бер мөрәжәғәттәр әлеге ваҡытта эшкәртелә. Шуларҙың 6400-ө эшкә ебәрелгән дә инде, ә 1 001 мөрәжәғәт яҡындағы ике айҙа ябылырға тейеш. Улар өҫтөндә эште муниципалитет башлыҡтары республика Хөкүмәте ағзалары менән берлектә көйләй. Һөҙөмтәләр тураһында беренсел отчетты 2025 йылдың ғинуар аҙағына тәҡдим итеү көтөлә.

Ҡайһы бер һорауҙар хәл итер өсөн күберәк ваҡыт талап итә. Атап әйткәндә, 302 мөрәжәғәт - киләһе йыл дауамында, 375-е - ике йыл дауамында, ә 168-е ике йылдан ашыу ваҡыт эсендә ябыласаҡ. Был осраҡтар ентекләп өйрәнеүҙе талап иткән ҡатмарлы мәсьәләләргә ҡағыла.

Радий Хәбиров төҙөкләндереү һәм төбәктә йәшәүселәр өсөн иң мөһим темаларҙың береһе булып торған юлдарҙың торошона айырым иғтибар бирҙе. Башҡортостан Башлығы ошо өлкәләге эштәрҙе сифатлы итеп башҡарыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Радий Хәбиров халыҡҡа ышаныс күрһәткәндәре һәм әүҙем позициялары өсөн рәхмәт белдерҙе. Төбәк етәксеһе бөтә яуаплы кешеләрҙе килгән һорауҙарҙы ваҡытында ябыу өсөн бурыстарҙы үтәүгә етди ҡарарға саҡырҙы.

- Халыҡты нимә борсоуын аңлайбыҙ. Алдан яңғыраған темалар көнүҙәк булып ҡала. Улар - физкультура-һауыҡтырыу комплекстары төҙөү, биләмәләрҙе төҙөкләндереү, юлдарҙың торошо. Иғтибарҙы ошо бурыстарҙы сифатлы үтәүгә йүнәлтергә кәрәк. Был беҙҙең эшебеҙҙәге иң мөһим күрһәткестәр, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Халыҡҡа ышаныс белдергәндәре өсөн рәхмәт. Һәр мәсьәлә хәл ителер, тип ышанам.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас