Йәмғиәт
11 Декабрь 2024, 10:30

Балаларға – хәүефһеҙ спорт майҙансығы!

Уларҙың сәләмәтлеген һаҡлау мөһим

Балаларға – хәүефһеҙ спорт майҙансығы!Балаларға – хәүефһеҙ спорт майҙансығы!
Балаларға – хәүефһеҙ спорт майҙансығы!

Башҡортостанда урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү-2025 төбәк проекты старт алды. Программа республика бюджетының, муниципаль берәмектәр бюджеттарының финанс ресурстарын, физик һәм юридик шәхестәрҙең аҡсаһын берләштерергә һәм уларҙы социаль әһәмиәтле проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтергә мөмкинлек биргән механизм. Был программа халыҡтың берләшеү һәләтен тергеҙергә, гражданлыҡ үҙаңын һәм әүҙемлеген дәртләндерергә мөмкинлек бирә. Бөгөн ҡала халҡының кәрәкле сараларҙы ҡулланыу йүнәлештәрен үҙе табыуы, хакимиәт менән диалогты яйға һалыуы, проект әҙерләүе һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн аҡсаның бер өлөшөн йыйыуы бик мөһим.

Беҙ – Өфөнөң Комсомол урамы, 167/3-сө күп ҡатлы йортта йәшәүселәр, Н.Д. Сафин исемендәге 6-сы лицей биләмәһендәге спорт майҙансығын реконструциялау башланғысы менән мөрәжәғәт итәбеҙ. Балаларыбыҙ уҡыған лицейҙың спорт майҙансығы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡшы торошта түгел. Һис шикһеҙ, лицей хакимиәте йәй һайын косметик ремонт эшләй.

Белем биреү учреждениеһы уҡыусыларына һәм башҡа йорттарҙа йәшәүселәргә спорт инфраструктураһы, әлбиттә, етмәй. Тик яңыһын төҙөргә йәш ҡына финанс, ә ҡайһы берҙә ер участкалары ла юҡ. Мәҫәлән, балалар һәм ата-әсәләр ҡайҙа волейбол, баскетбол уйнарға белмәй. Ә мәктәп спорт майҙансығы кискеһен буш тора. Сәләмәтлекте, балалар һәм ата-әсәләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн кискә, шул иҫәптән ололарҙы йәлеп итеп, баскетбол буйынса турнир ойоштороу бик файҙалы булыр ине.

Инициатива төркөмөбөҙҙөң бурысы – мәктәптең спорт инфраструктураһы биҫтәлә йәшәгән уҡыусылар, ата-әсәләр өсөн дә эшләһен. Беҙ мәктәптең спорт майҙансығын реконструкциялауға ярҙам итергә әҙербеҙ. Ул, ысынлап та, ыңғай үҙгәрештәр талап итә:  баскетбол ҡалҡандарын һәм иҫке волейбол селтәрен функциональ селтәргә алмаштырыу, майҙансыҡҡа резина япма түшәү бурысы тора. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: һуңғы ваҡытта биҫтә күҙ алдында үҙгәрә. Фонтанды, Сәйет Ғәлиев бульварындағы йорттар араһындағы балалар майҙансығын реконструкциялау, төҙөлөп ятҡан часовня, һис шикһеҙ, халыҡты ҡыуандыра. Һәм беҙ лицей биләмәһендәге спорт майҙансығының район инфраструктураһында ыңғай үҙгәрештәрҙең лайыҡлы дауамы булыуын теләйбеҙ.

Өфө ҡалаһы, Комсомол урамы, 165-се йорт, 2-се корпус адресы буйынса урынлашҡан “Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеһы Н.Д. Сафин исемендәге 6-сы лицейҙың спорт майҙансығын төҙөкләндереү” проекты ярҙам алыр һәм беҙ еңеү яулай алырбыҙ, тип ышанабыҙ.

Әлиә ТУҠТАМЫШЕВА.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас