2024 йылда бында “Мәҙәниәт“ милли проектына ярашлы һәм республика етәкселеге ярҙамы менән капиталь ремонт үткәрелгән.
2022 йылдың октябрендә Ҡушйылға ауылы халҡы Радий Хәбировтың “Тура бәйләнеш”енә мөрәжәғәт итеп, урындағы клубты ремонтлауҙа ярҙам һораған. Һөҙөмтәлә бинаны яңыртыуға бүленгән 28 миллион һум аҡсаға ҡыйыҡты, йылытыу системаһын, һыу менән тәьмин итеүҙе алмаштырғандар, фасадты ремонтлағандар һәм башҡа эштәр башҡарылған.
Мәҙәниәт йортонда Радий Хәбиров учреждение мөмкинлектәре менән танышты. Ауылдың ижади коллективтары Бишбүләк районының гимнын рус, башҡорт, татар, сыуаш һәм мордва телдәрендә башҡарҙы. Бындай төрлөлөк Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың дуҫлығын һәм үҙ-ара ихтирамды күрһәтә, тип билдәләне төбәк Башлығы.
Мәҙәниәт йорто китапханаһында төбәк етәксеһенә “Сыуаш телендә уҡыу модала!”исемле проектты тәҡдим иттеләр. Әйткәндәй, уны Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашыралар. Башланғыс сыуаш телен һәм әҙәбиәтен һаҡлауға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Грант аҡсаһы милли костюмдар, интерактив панель һәм әҙәбиәт һатып алыуға йүнәлтелгән.
***
Ҡушйылға ауылында Радий Хәбиров шулай уҡ урындағы халыҡ менән аралашты. Улар республика етәксеһенә заманса мәҙәниәт йорто өсөн рәхмәт белдерҙе. Ауыл халҡы элемтә сифатын яҡшыртыу, Бишбүләк районының башҡа ауылдарында клубтарҙы һәм Михайловка–Ярмолкино юлын ремонтлауҙы һорап мөрәжәғәт итте. Башҡортостан Башлығы халыҡтың теләктәрен иғтибар менән тыңланы һәм профилле хеҙмәттәр ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн бөтә мөрәжәғәттәрҙе анализлаясаҡ, тине.
Фото: glavarb.ru