11 декабрҙә Өфө мэры Ратмир Мәүлиев Өфө уҡыусыһы Мәҙинә Фәтхетдинова менән осрашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Нижегородка биҫтәһендә йәшәүсе ҡыҙ тура бәйләнеш барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа видеоһорау менән мөрәжәғәт итеп, биҫтәлә балалар һәм өлкәндәр өсөн кейем магазины асыу мөмкинме, юҡмы икәнлеге тураһында ҡыҙыҡһынды.
Бөгөн ҡала хакимиәте башлығы дүртенсе класс уҡыусыһына төбәк етәксеһенән һәм үҙенән бүләктәр тапшырҙы. Ленин районы башлығы Олег Котов та сюрприз әҙерләгән. Бүләктәр араһында йәштәр кейем магазиндарының береһенә сертификат та бар.
Әңгәмә барышында Ратмир Мәүлиев Мәҙинә менән уның әсәһе Марина Александровнаға Нижегородканы үҫтереү перспективалары, шул иҫәптән яңы объекттар төҙөү тураһында һөйләне. Ул шулай уҡ уларға яңы ғына төҙөкләндерелгән һыу ҡыуҙырыу башняһына барып, унан асылған матур күренеште ҡарарға кәңәш итте.
Марина Александровна әйтеүенсә, ул ҡыҙының Башҡортостан Башлығына һорау биргәнен класс етәксеһе шылтыратып, трансляциянан скриншот ебәргәс кенә белеп ҡала.
- Был беҙҙең ғаилә өсөн көтөлмәгәнлек булды. Әлбиттә, балам менән ғорурланам. Мэр менән бөгөнгө осрашыу ҡыҙыҡлы булды: ул Нижегородканы киләсәктә ниндәй үҙгәрештәр көтә, нимәләр төҙөйәсәктәре тураһында һөйләне. Әлбиттә, биҫтәбеҙҙең үҫешеүен теләйем, - тине Марина Александровна.
Ратмир Мәүлиев менән осрашыуға саҡырғастары, тәүҙә Мәҙинә ныҡ тулҡынлана, әммә һуңынан ул халәте юҡҡа сыға.
- Ул яҡшы күңелле кеше, тип уйлайым. Минеңсә, ул аралашырға ярата, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты уҡыусы ҡыҙ.
Мэр менән әңгәмәнән һуң ҡунаҡтарға ҡала хакимиәте буйлап экскурсия үткәрелде, Ситуация үҙәге һәм кәңәшмәләр өсөн Ҙур зал күрһәтелде.
11 декабрь, 2024 йыл. Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Фото һәм мәғлүмәт: https://gorodufa.ru/about/info/news/11122024-gostya-budushchego/