Йәмғиәт
12 Декабрь 2024, 09:30

"Бергә барыһына ла өлгәшәсәкбеҙ"

Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, спорт, мәҙәниәт темалары иғтибарһыҙ ҡалманы.

"Бергә барыһына ла өлгәшәсәкбеҙ""Бергә барыһына ла өлгәшәсәкбеҙ"
"Бергә барыһына ла өлгәшәсәкбеҙ"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә социаль темаларҙы мөһим урынға сығарҙы. Медицина, мәғариф, спорт, мәҙәниәт темалары иғтибарһыҙ ҡалманы. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, республикала ғаиләгә ярҙам итеү төп өҫтөнлөк, әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡ ныҡлы яҡлана. 211 меңдән ашыу балалы ғаилә, шул иҫәптән күп балалы ғаиләләр өсөн төбәктә 40-тан ашыу ярҙам сараһы бар. Дәүләт хеҙмәттәре порталында тейешле навигатор булдырылған. Быйылдан алып күп балалы ғаиләләр өсөн булған льготаларға республика колледждарында балаларҙы уҡытыу хаҡының яртыһын ҡаплай башланылар, ҡала транспортында бушлай йөрөү индерҙеләр.

Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү йылында Өфөлә “Салют” республика күп профилле комплексы асылды, унда реабилитация, белем биреү һәм медицина хеҙмәттәре күрһәтелә.

Башҡортостан Башлығы ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм фән министрлыҡтарына ведомство-ара эш итеү тәртибен әҙерләргә, шулай уҡ балаларҙы ата-әсәләре менән бергә реабилитацияларға ҡушты.

Республикала көтөлгән ғүмер оҙайлығының рекордлы үҫеше теркәлгән – 73,13 йәшкә тиклем. Шуның менән бергә сабыйҙар һәм төп сәбәптәрҙән үлем осраҡтары кәмегән

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштар хаҡында һөйләгәндә, республика етәксеһе быйыл Өфөлә Республика балалар клиник дауаханаһының балалар гематологияһы һәм онкологияһы үҙәге асылыуын, 66 медицина ойошмаһында ремонт эшләнгәнен хәтергә төшөрҙө. Йыл аҙағына тиклем Кушнаренкола поликлиниканы файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. 2025 йылда Өфөлә Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусы һәм Учалыла үҙәк ҡала дауаханаһы, тағы алты поликлиника асыла. Бынан тыш, Өфөлә поликлиникаларҙы яңыртыу төбәк программаһы эшләй башланы, 2029 йылға тиклем баш ҡаланың бөтә медицина учреждениеларында тәртип урынлаштырыу күҙаллана.

Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһы сиктәрендә быйыл Башҡортостанда дүрт меңдән ашыу берәмек медицина ҡорамалы, 206 санитар автомобиль һатып алынған, ауылда 130 тиҙ төҙөлгән модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡуйылған. Башҡортостан Башлығы республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына был эште “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” яңы милли проекты сиктәрендә дауам итергә ҡушты.

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан белем биреүҙең бөтә һикәлтәләрен – мәктәпкәсә белемдән башлап юғары белемгә тиклем – юғары үҫеш планкаһын ҡуйҙы. Уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр бик күп дәүләт ярҙамы төрҙәрен ала. Мәҫәлән, быйыл балалар баҡсаларының иң яҡшы педагогтарына 575 мең һум күләмендә 75 грант раҫланды. Киләһе йылдан мәктәптәрҙең иң уңышлы йәш етәкселәре (45 йәшкәсә) 690-шар мең һумлыҡ 50 грант аласаҡ. Йыл һайын меңгә яҡын уҡытыусыға санатор-курорт хеҙмәттәре өсөн 56 мең һумлыҡ сертификат тапшырыла. Был турала уҡытыусылар үҙҙәре һораны, тип билдәләне Радий Хәбиров.

Капиталь ремонт буйынса федераль программа сиктәрендә 146 мәктәп бинаһына ремонт яһалған. Балалар баҡсаларын һәм колледждарҙы ремонтлау буйынса йәнә бер федераль программаға 16 мәктәпкәсә учреждениелар бинаһы һәм ете колледж индерелгән. Бынан тыш, 215 спорт залы, 25 асыҡ спорт майҙансығы яңыртылды. Төбәк бюджеты иҫәбенә Евразия ғилми-етештереү үҙәге вуздары менән берлектә 15 предуниверсарий ойошторолдо, уҡыусыларҙың 265 проектына ярҙам күрһәтелде.

Биш йыл эсендә республикала 31 мең урынлыҡ 44 яңы мәктәп һәм 65 балалар баҡсаһы төҙөлдө, быйыл – тағы ла дүрт мәктәп. 2025 йылда Нуғайҙа 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә башлаясаҡ. Өфөлә федераль бюджет иҫәбенә математика лицей-интернаты төҙөлә.

2022 йылдан республика “Профессионалитет” федераль проектында әүҙем ҡатнаша. Әле 14 белем биреү һәм белем биреү-етештереү кластеры эшләй. Башҡортостан Башлығы Мәғариф һәм фән министрлығына киләһе йылда биш яңы кластер булдырыуға ғариза әҙерләргә ҡушты.

Башҡортостан быйыл уҡыусылар араһында интеллектуаль олимпиада йомғаҡтары буйынса Волга буйы федераль округында өс лидер иҫәбенә инде. Сағыштырыу өсөн, 2023 йылда республика 14-се урында ине. Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында еңеүселәр һәм призерҙар һаны буйынса ла төбәк алтынсы урын алған. Уның еңеүселәренә һәм призерҙарына, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға премиялар 300 мең һәм 150 мең һумға тиклем арттырылды.

Башҡортостандың мәҙәни тормошо ла гөрләп тора. Быйыл, мәҫәлән, икенсе “Китап-байрам” форумы, Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалар театры фестивале, “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале һәм башҡа бик күп саралар үтте. Респбликала ҡурайсыларҙың дәүләт ансамбле булдырылды, 10 октябрь ҡурай көнө итеп тәғәйенләнде. 15 районда мәҙәниәт объекттары ремонтланды. 2026 йылдан Дәүләт циркы ремонтлана башлаясаҡ. Баш ҡалала “Әр-Рәхим” мәсете һәм Воскресенск соборы төҙөлөүөн дауам итә.

Башҡортостанда ҙур спорт объекттары төҙөлә. Шуның менән бер рәттән райондарҙа ла бассейнлы үҙәктәр барлыҡҡа килә. Был эштәр артабан да дауам итәсәк. Радий Хәбиров Спорт министрлығына һәм Төҙөлөш министрлығына яңы спорт объекттарын – Теннис академияһы менән боксты үҫтереү үҙәген, уның базаһында Олимпия резервы училищеһын урынлаштырыу мөмкинлеге менән еңел атлетика манежы булған спорт комплексын төҙөү эшен башларға ҡушты.

Башҡортостан Рәсәйҙең алдынғы спорт төбәктәренең береһе булып ҡала. Республикала физик культура һәм спорт менән систематик рәүештә ике миллион самаһы кеше шөғөлләнә.

Сығышы һуңында республика етәксеһе Башҡортостан халҡына уға еңел булмаған йылдарҙа йәнә республикаға етәкселек итеүҙе ышанып тапшырғаны өсөн рәхмәт әйтте.

– Бергәләп эшләйбеҙ, алышабыҙ, Рәсәйҙе һаҡлайбыҙ. Киләһе йылда беҙ тантаналы рәүештә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләйбеҙ. Был байрам беҙҙе ҡыйыулыҡҡа һәм батырлыҡҡа, тотороҡлолоҡҡа һәм өлкән быуындар рухының ҡаҡшамаҫ көсөнә тиңләшергә саҡыра. Был залда – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар. Үҙегеҙҙең хеҙмәтегеҙ менән, ҡәҙерле яугирҙәр, Башҡортостандың Ватан геройҙарының тыуған ере һәм ышаныслы терәге булыуын раҫлайһығыҙ. Алда беҙҙе ябай булмаған һынауҙар көтә. Беҙ бөтә ауырлыҡтарҙы бергәләп еңеп сығырбыҙ, тыуған республикабыҙҙың һәм бөйөк Рәсәйҙең сәскә атыуы өсөн барыһын да эшләрбеҙ, тип ышанам. Беҙ еңеү беҙҙең яҡта буласағын беләбеҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас