Йәмғиәт
12 Декабрь 2024, 07:30

Өфөнө ниндәй үҙгәрештәр көтә?

Шулай уҡ Радий Хәбиров төҙөкләндереү, сүп-сар реформаһы, ауыл хужалығы тураһында һөйләне

Өфөнө ниндәй үҙгәрештәр көтә?Өфөнө ниндәй үҙгәрештәр көтә?
Өфөнө ниндәй үҙгәрештәр көтә?

Бөгөнгө Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһенең төп темаларының береһе йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү, уңайлы ҡала мөхитен булдырыуға арналды.

2024 йылда Башҡортостан уңайлы ҡала мөхитен булдырыу өлкәһендә I Милли премия лауреаты булды, бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы мөхит булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре һаны буйынса дүртенсе урынға сыҡты. Башҡортостан йәлеп ителгән федераль аҡса күләме буйынса беренсе урынды биләй. Быйыл Башҡортостанда 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән, 2025 йылға тағы ла 94 биләмәне төҙөкләндереү күҙаллана.

Радий Хәбиров быйыл 450 йыллығын билдәләгән Өфөнө төҙөкләндереүгә айырым туҡталды.

– Өфө үҙенең юбилейын яңыртылған майҙансыҡтар, парктар һәм скверҙар, мөһим социаль объекттар менән ҡаршыланы. Баш ҡалаға күп көс һалыуыбыҙ дөрөҫ. Баш ҡала – тотош республиканың йөҙө, ул йылдан-йыл яҡшыраҡ, күркәмерәк булырға тейеш, – тине Радий Хәбиров.

Ул баш ҡалабыҙҙың артабан нисек үҫешәсәге тураһында һөйләне.

– Киләһе йылда Ленин исемендәге паркты реконструкциялау эшенә тотонабыҙ. Был бихисап объекттары булған бик мөһим биләмә. Халыҡ менән осрашыуҙар һәм фекер алышыуҙар ойошторабыҙ. Тәбиғәтте һаҡларға, шул уҡ ваҡытта паркка яңы һулыш өрөргә тырышырбыҙ. Өфө үҙәгендә республиканың иң уңышлы етәкселәренең береһе – Миҙхәт Закир улы Шакировҡа һәйкәл ҡуябыҙ. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауҙы башлайбыҙ. Бында яуапһыҙлыҡ күрһәтергә ярамай. Экспертиза билдәләгән һәйкәлдең бөтөнлөгөнә янаған етди проблемаларҙы күрәбеҙ. Шуға күрә эшкә кисектермәйенсә тотонорға кәрәк. Киләсәк быуын өсөн республика символын һаҡлап ҡалыу – беҙҙең изге бурысыбыҙ, – тине Башҡортостан Башлығы. – Беҙ кешеләргә Октябрь революцияһы урамының ярымйәйәүлеләр урамы буласаҡ, тип вәғәҙә биргәйнек, уның менән комплекслы шөғөлләнә башланыҡ. Ҡала хакимиәтен, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығын ошо күләмле объект менән әүҙем шөғөлләнеүҙәрен дауам итеүҙәрен һорайым. Шулай уҡ киләһе йылдан Театр урамында эш башлайбыҙ. Был беҙҙең студенттар, йәйәүлеләр Арбаты була. Халыҡ күптән инде Өфөлә зоопарк булыуын һорай. Беҙ уны ғәмәлдәге вольерҙар урынында Урмансылар паркында ойошторасаҡбыҙ. Унда зауыҡлы, матур буласаҡ, ә иң мөһиме – хайуандар лайыҡлы шарттарҙа аҫраласаҡ.

Бынан тыш, Башҡортостан Башлығы 2019 йылдан тормошҡа ашырылған “Башҡорт ихаталары” программаһының дауамы хаҡында хәбәр итте. Бөтә яуаплы ведомстволар һәм хакимиәт башлыҡтары был эште контролдә тоторға тейеш.

Мөрәжәғәтнамә барышында Радий Хәбиров тағы бер мөһим тема – юлдар төҙөлөшө һәм ремонтына туҡталды. Бында айырыуса “яңғырауыҡлы” юлдарға ҙур баҫым яһалды. Был фонд йыл һайын  миллиард һумға артырға һәм 2030йылға 9,5 миллиард һумға етергә тейеш, тине ул.

“Был программаның ғәмәлдә булған ике йылы эсендә 230 километр юл төҙөкләндерелде. Киләһе йылда тағы 180 километр эшләнергә тейеш”, – тине ул.

Федераль үҙәк ярҙамы менән республикала транспорт инфраструктураһы яҡшыра, тип билдәләне Радий Фәрит улы. Мәҫәлән, мартта Көнсығыш сығыу юлы аша хәрәкәт асылды, хәҙер тоннелде Галле округы урамы менән тоташтырыу өҫтөндә эш алып барыла. “Көньяҡ ҡапҡалар” күләмле проекты тормошҡа ашырыла. Киләһе йылда Стәрлетамаҡты урап үткән Р-240 юлында дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтеү күҙаллана.

– Йыл аҙағына Шаҡша күпере буйлап хәрәкәтте тулыһынса ебәрәсәкбеҙ. Ярты йылдан Ағиҙел йылғаһы аша тарихи күперҙе капиталь ремонтлауҙы тамамлайбыҙ. Тағы ла икәүҙе – Кузнецов затонында һәм Интернациональ урамы башында төҙөйәсәкбеҙ. Ил етәкселеге был мәсьәләлә беҙгә ҙур ярҙам күрһәтә. Республика Хөкүмәтенең һәм Транспорт министрлығының өлгәшелгән килешеүҙәр буйынса эште дауам итеүен һорайым. “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә 2030 йылға автобустар, троллейбустар һәм трамвайҙар алыу өсөн федераль финанслауҙы йәлеп итеү мөһим. Киләһе йылда үҙ көсөбөҙ менән Өфөнөң көньяҡ өлөшөндә трамвай юлдарын ремонтлай башлайбыҙ, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы ауыл хужалығы тармағына туҡталып, республика илдең алдынғы аграр төбәктәренең береһенә әйләнә бара тине. Хатта ауыр һауа шарттарында ла беҙҙең эшсәндәр яҡшы уңыш йыя, рекордтар ҡуя.

– Малсылыҡ тураһында ла шуны уҡ әйтергә мөмкин. Башҡортостан һөт етештереү һәм эре мөгөҙлө мал башы буйынса алдынғы урынды биләй. Беҙҙә ҡошсолоҡто үҫтереү өсөн ҙур потенциал бар. Программаны 2027 йылға тиклем әҙерләнек, ошо йүнәлешкә ярҙам итәсәкбеҙ. Республика агросәнәғәт комплексын технологик модернизациялауға әүҙем булышлыҡ итә. Быйыл ғына дәүләт ярҙамы менән аграрийҙарыбыҙ яҡынса 11 миллиард һумға 2,4 мең берәмек техника һатып алды. Инвесторҙар менән уңышлы эшләйбеҙ. Быйыл биш ҙур проект ғәмәлгә ашырылды, киләһе йылда тағы икәү тамамлана, - тине Радий Хәбиров.

Экология темаһына туҡталып, бында күп нәмә ҙур етештереүселәр позицияһына бәйле буласаҡ тине.

– Стәрлетамаҡ һәм Салауат предприятиелары быйыл ғына бысратыусы матдәләр бүлеп сығарыуҙы кәметеү буйынса проекттарға 2 миллиард һум самаһы аҡса һалды. Республика Хөкүмәтенә предприятиелар менән яңы килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу мәсьәләһен өйрәнергә ҡушам, – тине Радий Фәрит улы.

Республика башлығы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү реформаһын тормошҡа ашырыу темаһына ла ҡағылды.

“Сүп-сар реформаһы буйынса беҙ ысынлап та нулдән башланыҡ, система яйға һалынмаған саҡта кешеләрҙән аҡса алмаҫ өсөн минималь тарифтар буйынса эшләнек. Хәҙер беҙҙә контейнер майҙансыҡтары, сүп-сарҙы сығарып түгеү ойошторолған. Реформаның беренсе этабын үттек. Икенсе этапҡа күсергә кәрәк – сорттарға айырыу, утилләштереү һәм эшкәртеү. 2030 йылға республикала ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса алты яңы заманса комплекслы объект эшләйәсәк, – тип билдәләне төбәк Башлығы.

Фото: culture.ru

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас