Йәмғиәт
12 Декабрь 2024, 11:30

Киләсәккә ышаныс менән ҡарайҙар

Ғафури районы башҡорттар ҡоролтайы – урындағы мөһим һәм яуаплы ойошмаларҙың береһе. 

Киләсәккә ышаныс менән ҡарайҙарКиләсәккә ышаныс менән ҡарайҙар
Киләсәккә ышаныс менән ҡарайҙар

Ғафури районы башҡорттар ҡоролтайы – урындағы мөһим һәм яуаплы ойошмаларҙың береһе. Быйыл уға тағы 11 ағза алынған, шулай уҡ йәштәр бүлеге булдырылған һәм унда әүҙем ҡыҙҙар, егеттәр тупланған. Ҡоролтай ағзалары районда уҙғарылған барлыҡ сараларҙа әүзем ҡатнаша, сәләмәт һәм айыҡ тормош алып барыу, туған телде үҫтереү, халыҡ йолаларын тергеҙеү кеүек күп эштәр алып бара. Әһәмиәтле сараларҙы әҙерләп уҙғарыуға, йәшәгән урындарҙы төҙөкләндереү, матурлау эштәренә кешеләрҙе йәлеп итеүгә лә үҙҙәренең тос өлөшөн индерәләр.

Ошондай ойошҡанлыҡ һөҙөмтәһендә Ғафури районы республика, төбәк-ара сараларҙы ҡабул итте, уларҙы юғары кимәлдә үткәрҙе. Улар иҫәбендә – 2019 йылда уҙғарылған “Мәргән уҡсы” халыҡ-ара фестивале, шул уҡ йылда “Башҡортостандың географик үҙәге” стелаһын асыу. 2020 йылда яңыртылған район мәҙәниәт һарайы төбәк тормошона яңы һулыш өҫтәне; 2021 йылдың авгусында урындағы һабантуй майҙаны республикабыҙҙың “Бал байрамы” үҙәгенә әүерелде. 2022 йылдың 18 июнендә йәмле Еҙем буйындағы “Башҡортостан йөрәге”  майҙансығы Табын ырыуы йәштәренең IV төбәк-ара “Табынфест” фестивален ҡабул итте һәм ул, юғары кимәлдә әҙерләп уҙғарылып, “өлгөлө сара” баһаһын алды.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң уңышлы проекттарының береһе “Айыҡ ауыл” конкурсы йылдың-йылы һөҙөмтәлерәк була бара, уның географияһы киңәйә. Ғафури районы ауылдары ла был сарала даими ҡатнаша. Былтыр иһә Оло Үтәш ауылы ҙур еңеүгә өлгәште – бәләкәй ауылдар араһында республикабыҙҙа икенсе урынға лайыҡ булды. Ошо конкурсҡа ярашлы бында уҙған бик күп күләмле һәм сағыу байрамдарҙан “Ҡышҡы һабантуй”ҙы, “Мәргән уҡсы” ярышын, “Ауылым – минең ҡәлғәм” сараларын билдәләргә булыр ине.

Һуңғы йылдарҙа йәйәнән уҡ атыу буйынса күп төрлө сәмле ярыштар уҙғарыла, уҡсыларҙың һаны йылдам үҫә. Ғафуриҙа ла милли спорттың был төрө киң таралыу ала. Уҡлыҡая янындағы хозур тәбиғәт, тәрән мәғәнәле һәйкәл-стелаларҙы үҙ эсенә алған “Башҡортостан йөрәге” майҙансығы йыл да тиерлек мәргән уҡсыларҙы йыя, – тип һөйләне Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов. – Былтыр бында “Уҡлыҡая уғатары” тип нарыҡланған һыбай килеш традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса республика фестивале үтте. “Айыҡ ауыл” конкурсының быйылғыһында яугилделәр уңышлы сығыш яһаны. 2023 йылдың декабрендә Яугилде ауылында Солтанморатовтар йортонда – бик тәрән мәғәнәле, башҡорт йолаларына нигеҙләнгән бай йөкмәткеле “Ҡаҙ өмәһе”, быйыл ҡыш шулай уҡ Яугилделә “Ҡышҡы ғаилә уйындары” гөрләп уҙҙы. Был сараларҙың уртаһында, ғәҙәттәгесә, Ҡоролтай әүҙемселәре, ағинәйҙәребеҙ, рухлы яҡташтарыбыҙ булды.

Билдәле булыуынса, милли мәғарифты үҫтереүҙә Ғафури районы мәғариф системаһы маҡсатҡа ярашлы эшләй. Был йәһәттән райондағы инновациялы белем усағы – Н.А. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты бик әһәмиәтле урын биләй. Бында, уҡыуға һәләтле балаларҙы туплау менән бер рәттән, уҡыусыларҙың ҡеүәтен үҫтереү, ижади һәләттәрен асыу буйынса планлы эш алып барыла.

– Халҡыбыҙҙың тарихын, йолаларын, байрамдарын өйрәнеү өсөн ғәмәли саралар ҙа ойошторабыҙ, мәҫәлән, гимназияла “Сәйетбаба” республика башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре, данлы “Асанай” фольклор ансамбле ҡунаҡта булды. Ошо уҡ белем усағында милли музыка ҡоралдары менән таныштырыу, билдәле башҡарыусылар менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре даими уҙғарыла, – тине Ғафури районы ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Эльвира Сабирова. – Республика милли архивы уҙғарған күп төрлө сара-конкурстарҙа гимназия уҡыусылары әүҙем ҡатнаша, уңыштарға өлгәшә. Мәҫәлән, IV асыҡ “Минең ғаилә тарихы – архив документтарында” тигән темаға арналған шәжәрәләр конкурсында Зөлхизә Дәүләтбаева “Яҡташым – билдәле шәхес” номинацияһында лауреат исемен яуланы.

Ғафури районында ҡоролтай эшен планлы рәүештә алып барырға ынтылалар: ауылдарҙа урындағы ҡоролтайҙарҙы ойоштороп, уларҙың эше яйға һалынған, вәкилдәр халыҡ араһында аңлатыу эштәрен алып барыу, көнүҙәк мәсьәләләрҙе бергәләп, үҙаллы хәл итеү юлдарын эҙләү менән мәшғүл. Ултырыштарҙа эскелеккә ҡаршы көрәш, халыҡ йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү, туған телебеҙгә ҡарата ыңғай ҡараш тәрбиәләү, төҙөкләндереү кеүек эштәрҙе әүҙемләштереү хәстәрләнә. Райондағы ағинәйҙәр, мосолман ҡатын-ҡыҙҙары ойошмалары менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған, улар халыҡ араһында йоғонтоло һәм һөҙөмтәле эш алып бара. Колледж һәм мәктәптәр уҡыусылары менән илһөйәрлек рухын тәрбиәләү йәһәтенән саралар ойошторола һәм уларға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар саҡырыла.

Бала саҡтан уҡ, тел – халыҡтың төп хазинаһы, тигән ҡараш булдырып, туған телгә һөйөү, һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү бик мөһим. Әсә теле аралашыу өсөн генә түгел, тирә-яҡ ысынбарлыҡты танып белеү, милли мәҙәни йолаларҙы нығытыу, һаҡлау сараһы булараҡ та кәрәк икәнлеген онотмай ғафуриҙар.

 

ҺҮРӘТТӘ: Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары Ғафури районы хакимиәте башлығы Венер Вахитов менән.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас