Йәмғиәт
13 Декабрь 2024, 06:15

Халыҡ фронты командаһына дүрт яңы вәкил инде

Президент хәрәкәтенә МХО-ла ҡатнашҡан яугир, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы лидеры, хоҡуҡ һаҡлаусы һәм БР Халыҡ фронтының Йәштәр координаторы ҡушылды.

Халыҡ фронты командаһына дүрт яңы вәкил индеХалыҡ фронты командаһына дүрт яңы вәкил инде
Халыҡ фронты командаһына дүрт яңы вәкил инде

Улар Өфөлә үткән төбәк конференцияһында һайланды.

Журналист Павел Самойлиндың исеме республикала яҡшы билдәле. Былтыр ул Оборона министрлығы менән контрак төҙөнө һәм “Ҡайтыр“ позывнойын алып, Тыуған илебеҙҙе яҡларға юлланды. Хәрби бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде. Тик алыш ваҡытында ҡаты яраланып ҡайта. Дауаланып бөткәс тә алғы һыҙыҡҡа, үҙенең туған взводына, ҡайтырға хыяллана.

Хоҡуҡ һаҡлаусы Роман Насыров төбәк халҡының проблемаларын хәл итеүҙә әүҙем ҡатнашып ҡына ҡалмай, ә МХО-ла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға ярҙам итә.

Орск, Курск, Ҡурған, Мариуполь, Арктика – былар БР Халыҡ фронтының Йәштәр координаторы Рөстәм Сәләхетдиновтың командировкаларының бер өлөшө генә. Ул гуманитар миссияларҙа һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөү буйынса эштәрҙә даими ҡатнаша.

“2024 йылда Башҡортостанда Халыҡ фронты вәкилдәре тормошобоҙҙоң төрлө өлкәләрендә 46 мониторинг үткәрҙе. Мәктәптәр, ФАП-тар һәм башҡа социаль учреждениелар төҙөлөшөн һәм ремонтлауҙы тикшерҙек. Ил Президенты менән тура бәйләнешкә килгән туғыҙ меңгә яҡын мөрәжәғәт эшкәртелде. 57 тапҡыр алғы һыҙыҡҡа барҙыҡ. Беҙҙең команданың тәжрибәһе һәм белеме дөйөм эшебеҙҙе тағы ла һөҙөмтәлерәк итә алырлыҡ эксперттар менән көсәйеүенә шатмын”, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһында Халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе етәксеһе Виталий Брыкин.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас