Йәмғиәт
13 Декабрь 2024, 06:15

“Тарихи ҡоролтайҙа ҡатнашыуыма шатмын”

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезына донъяның төрлө төбәктәренән вәкилдәр килде.

“Тарихи ҡоролтайҙа ҡатнашыуыма шатмын”“Тарихи ҡоролтайҙа ҡатнашыуыма шатмын”
“Тарихи ҡоролтайҙа ҡатнашыуыма шатмын”

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезына донъяның төрлө төбәктәренән вәкилдәр килде.

Мурманск өлкәһенең Кировск ҡалаһынан Юлиә Риф ҡыҙы Баҡыева сара айҡанлы үҙенең уй-тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

- Тарихи ҡоролтайҙа ҡатнашыуыма шатмын. Туған халҡыбыҙҙың, телебеҙҙең, еребеҙҙең киләсәгенә ҡағылышлы һорауҙар борсой, - тип белдерҙе ул. -  Мин үҙебеҙҙең ҡалабыҙҙа башҡорттарҙың төркөмөн етәкләйем. Киләсәктә тағы күрше ҡалаларҙа, өлкәләрҙә йәшәүсе ҡәрҙәштәр менән тығыҙ бәйләнеш булдырырға ине тигән уй-ниәтем бар.

Фото: Юлиә Баҡыеваның шәхси архивынан.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас