Рушания Сибәғәт ҡыҙы – әүҙем йәмәғәтсе, "Алтын ҡурай" проектының етәксеһе.
– Тарихта еңел булмаған дәүерҙәрҙе үтеп, халҡыбыҙ үҙен генә түгел, рухын, телен, милли мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлап ҡала алған. Әлеге заманда һәр башҡорт үҙен милләттең таянысы, өмөтө тип иҫәпләп йәшәргә тейеш.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Рәсәйҙең күп милләтле халҡын берләштереүҙә мөһим урын биләй. Ул халҡыбыҙҙың рухи үҫешендә, Ер йөҙөнөң төрлө мөйөштәрендә йәшәгән милләттәштәребеҙ араһындағы бәйләнештәрҙе үҫтереүгә, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең күп миләтле халҡының берҙәмлеген нығытыуҙа ярҙам итерлек конструктив ҡарарҙар ҡабул итеүгә һәләтле.
Әлбиттә, халҡым өсөн мөһим тарихи мәлдә был күләмле сарала ҡатнашыуыма шатмын. Ойошторосыларға тәжрибә менән уртаҡлашыу, донъялағы коллегалар менән танышыу һәм милли мөхитте тойоу мөмкинлеге өсөн ҙур рәхмәт. Бөтәбеҙгә лә уңыштар һәм аяҙ күк йөҙө теләйем!
Фото: Р.Нишанованан.