Поезды тәүге маршрутҡа оҙатыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Ғәзизов, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко, Башҡортостан Республикаһының пассажирҙар транспорты һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Руслан Ғарипов, Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Кожевников, «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы - «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте начальнигы урынбаҫары Дмитрий Новиков, Куйбышев тимер юлы филиалының пассажирҙар ташыу хеҙмәте начальнигы Алексей Ситников ҡатнашты.
- Бөгөнгө көнгә был йүнәлеш ҙур һорау менән файҙаланған һәм популяр булып тора. Шуға күрә илебеҙҙең баш ҡалаһы менән тура тимер юл бәйләнешен тергеҙеү - республика өсөн мөһим ваҡиға. Йыл һайын республикала 1 миллионға яҡын пассажир алыҫ араға йөрөүсе поездар менән файҙалана. Өфө - Мәскәү - Өфө маршруты буйынса поездың яңы составы асылғандан һуң уларҙың һаны артыр, тип ышанам, - тип белдерҙе Рөстәм Ғәзизов.
Состав уңайлы купе һәм плацкарт вагондарҙан төҙөлгән. Вагондар иң юғары стандарттар буйынса йыһазландырылған: климат системаһын көйләү, шәхси розеткалар, биотуалеттар һәм башҡалар бар. Унда мөмкинлектәре сикле пассажирҙар өсөн урындар ҡаралған. Шулай уҡ хайуандарҙы оҙатыуһыҙ йөрөтөү хеҙмәте бар.
- Өфө - Мәскәү яңы тиҙ йөрөшлө поезы йөрөй башлауы төбәктең туристар өсөн транспорт менән файҙаланыу мөмкинлеген яҡшыртыуҙан тыш, туристик йәлеп итеүсәнлеген үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр ҙә булдырасаҡ. Башҡортостандың туристик локацияларының сағыу биҙәлеше күҙгә ташлана. Вагондағы фотолар мәҙәни һәм тәбиғәт ресурстарын популярлаштырыуҙа һөҙөмтәле ҡорал булып хеҙмәт итәсәк, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко.
Өфө - Мәскәү поезы пассажирҙарға уңайлы булһын өсөн Бөгөлмә, Димитровград, Ульяновск, Рузаевка, Рязань һәм башҡа ҡалаларҙа туҡталыштар ҡаралған. Ҡуҙғалыу ваҡыты Башҡортостан халҡы өсөн мөмкин тиклем уңайлы: Өфөнән иртәнге сәғәт 9-сы 20 минутта ҡуҙғалып китә, Мәскәүгә киләһе тәүлек иртәһенә - сәғәт 11-се 15 минутта килә.
Фотолар Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.