Йәмғиәт
17 Декабря 2024, 02:00

Көслө ҡар яуыуы көтөлә

Ниһайәт, республикала ҡар яуасаҡ.

Көслө ҡар яуыуы көтөләКөслө ҡар яуыуы көтөлә
Көслө ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда көслө ҡар яуыуы көтөлә. Шишәмбе, 17 декабрҙә, күпләп ҡар яуасаҡ. Һауа температураһы -1,-6 градус. Ел көньяҡ-көнбайыштан, киҫкен.

Шаршамбы, 18 декабрҙә, ҡар яуыуы дауам итә. Төндә 5-10 градус һалҡын, көндөҙ 1-6 градус һалҡын. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан, киҫкен.

Кесаҙна, 19 декабрҙә, ҡар яуыуы дауам итә, ләкин уртаса буласаҡ. Һауа температураһы төндә 13 градусҡаса төшәсәк, ә көндөҙ 5-10 градус һалҡын буласаҡ. Ел тынасаҡ һәм көньяҡ-көнбайыш, көнбайыш йүнәлешендә уртаса буласаҡ.

Синоптиктар алыҫ юлға сыҡмай торорға кәңәш итә.

Фото: Рәсүл Арыҫланов

Автор:Карима Усманова
Читайте нас