Йәмғиәт
17 Декабрь 2024, 18:45

“Ватанды һаҡлаусылар“ фонды филиалының эшенә йомғаҡ яһалды

2023 йылдың майында асылған фондҡа бөтәһе 79 меңдән ашыу һорау килгән.

“Ватанды һаҡлаусылар“ фонды филиалының эшенә йомғаҡ яһалды“Ватанды һаҡлаусылар“ фонды филиалының эшенә йомғаҡ яһалды
“Ватанды һаҡлаусылар“ фонды филиалының эшенә йомғаҡ яһалды

Был турала “Ватанды һаҡлаусылар“ фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина һөйләне.

“Ярайһы уҡ ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күп эштәр башҡарылды. Башҡортостанда 97 социаль координатор эшләй. Йыл ярым эсендә беҙ берҙәм командаға әйләндек. Һорауҙар күп килә. Беҙ үҙебеҙ граждандарҙы ҡабул итеү өсөн халыҡ менән осрашыуҙарға сығабыҙ. Медицина ярҙамы күрһәтеү, яугирҙәрҙе реабилитациялау мәсьәләләре хәл ителә, техник реабилитация саралары бирелә, инвалидтар өсөн торлаҡты яраҡлаштырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Ҡайтанан уҡытыуҙа, эшкә урынлашыуҙа ярҙам күрһәтелә. Быйыл ветеран Вадим Емельяновҡа ҡул менән идара итеү автомобиле тапшырылды. Шулай уҡ бик мөһим йүнәлештәрҙең береһе – юридик ярҙам. Фонд филиалы республика министрлыҡтары һәм ведомстволары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Эштең тәүге көндәренән үк Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров һәм республика хөкүмәте беҙгә ҙур ярҙам күрһәтә. 3 декабрҙә филиал базаһында Рәсәй Оборона министрлығының хәрби-социаль үҙәге асылды“, – тип билдәләне Гөлнур Ҡолһарина.

Хәрбиҙәрҙән МХО менән бәйле ҡабул ителгән ғаризалар туранан-тура РФ Оборона министрлығының хәрби-социаль үҙәгенә килә.

“Ватанды һаҡлаусылар“ фонды филиалы ярҙамы менән Өфө районынан Азамат Әйүпов кресло-коляска алған, йортонда пандус ҡуйылған, социаль льготалар рәсмиләштерелгән һәм башҡалар. Әлегә ҡул менән идара итеү автомобилен алырға документтар тапшырылған.

МХО ветераны Олег Мөфтәхетдинов фондҡа мөрәжәғәт иткәнгә тиклем “Хәрби хәрәкәттәр ветераны” танытмаһын оҙаҡ ҡына ала алмай йөрөгән. Фонд хеҙмәткәрҙәре ярҙамы менән ул был мәсьәләне тиҙ генә хәл иткән.

Йәмәғәт ойошмалары менән бергә филиал патриотик тойғоларҙы нығытыуға, тарихи хәҡиҡәтте һәм махсус хәрби операцияла һәләк булғандар тураһында хәтерҙе һаҡлауға йүнәлтелгән проекттарҙы әүҙем тормошҡа ашыра. Әлеге ваҡытҡа тиклем фонд филиалы 2,5 меңдән ашыу патриотик саралар, түңәрәк өҫтәлдәр, брифингтар, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ҡатнашҡан.

Бынан тыш, йыл дауамында филиал министрлыҡтар, ведомстволар һәм йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлек тураһында бер нисә мөһим килешеү төҙөгән. Улар нигеҙендә график буйынса ведомство белгестәре ҡабул итә.

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2024-12-16/v-bashkirii-podveli-itogi-raboty-filiala-fonda-zaschitniki-otechestva-4055011

Фото: resbash.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас