Йәмғиәт
18 Декабрь 2024, 15:25

Ниңә студенттар колледж ашханаларында туҡланмай?

Йәмәғәтселәр һәм депутаттар студенттарҙы сәләмәт һәм арзан туҡландырыу мәсьәләһен күтәрҙе.

Ниңә студенттар колледж ашханаларында туҡланмай?Ниңә студенттар колледж ашханаларында туҡланмай?
Ниңә студенттар колледж ашханаларында туҡланмай?

17 декабрҙә Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының мәғариф буйынса комиссияһы “Студенттарҙың дөйөм ятаҡтарҙа йәшәү һәм колледждарҙың ашханала туҡланыу шарттары менән ҡәнәғәт булыуына аралыҡ йомғаҡтары” темаһына түңәрәк өҫтәл үткәрҙе.

Сарала Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзалары һәм эксперттары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитетынан депутат  Рөстәм Әхмәҙинуров, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова, Өфө туҡланыу индустрияһы һәм сервис колледжы директоры урынбаҫары Татьяна Христофорова, Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының балалар һәм үҫмерҙәр гигиенаһы буйынса күҙәтеү бүлеге начальнигы Венера Саттарова, Башҡортостан Республикаһының Профессиональ мәғариф ойошмаларының директорҙар советы етәксеһе Игорь Нуйкин, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.

Быйыл Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы студенттарҙың дөйөм ятаҡтарҙа йәшәү һәм ашхана колледждарында туҡланыу шарттары менән ҡәнәғәт булыуына йәмәғәт күҙәтеүе саралары үткәрә башланы. Йәмәғәтселәр 30 колледждың ашханаһын һәм ятағын тикшергән, был эш 2025 йылда ла дауам итәсәк. Бынан тыш, Йәмәғәт палатаһы ошо тема буйынса студенттарҙан аноним һорау алыуҙы уҙғарған, унда 766 кеше ҡатнашҡан. Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы комиссияһы рәйесе Марина Таран уның йомғаҡтарын иғлан итте. Студенттар туҡланыуҙарын ойоштороуҙы һәм дөйөм ятаҡтарҙа йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса теләктәрен яҙған. Һорау алыу йомғаҡтары күрһәтеүенсә, 70 процент студенттар үҙҙәренең уҡыу йортон таныштарына тәҡдим итергә әҙер.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Исаргакова билдәләүенсә, республикала мәктәп туҡланыуы системаһы яйға һалынған, әммә колледждарҙа туҡланыу торошо шәптән түгел. Спикер билдәләүенсә, урта махсус уҡыу йорттары эргәһендәге ашханаларҙың эше төрлөсә ойошторолған, ҡайһы берҙәрен өлгө итеп ҡуйырға мөмкин. Мәҫәлән, Өфө туҡланыу индустрияһы һәм сервис колледжы ашханаһында студенттар өсөн 100 һумлыҡ комплекслы төшкө аш ойошторолған, хатта бында туҡланыуҙың аутсорста булыуын иҫәпкә алғанда ла. Шул уҡ ваҡытта колледждарҙа шундай ашханалар ҙа бар, мәҫәлән, Өфөнөң Орджоникидзе районында шундай ашханаларҙың береһендә бәлеш һәм эсемлектәрҙән башҡа бер нәмә лә һатып алып булмай.

– Колледждарҙа туҡланыуҙы ойоштороуҙа проблемалар бар, әммә был бурысты үтәй алған колледждар ҙа бар, тип әйтергә кәрәк, - тип билдәләне Лида Исаргакова.

Ҡала һәм  ауыл колледждары ашханаларындағы туҡланыу хаҡы ныҡ айырыла. Әгәр ҡала студенттарының төшкө ашы 200 һум самаһы булһа, ауылда – 60-80 һум.

Мониторингтар барышында асыҡланыуынса, ҡайһы бер колледждарҙа ял көндәренә студенттарҙы өйҙәренә ҡайтарып ебәрәләр икән. Бының сәбәбе ябай – тәрбиәсенен “ял иттереү” өсөн.  Шул уҡ ваҡытта бөтә муниципалитеттарҙа ла ауылдарға тиклем йәмәғәт транспорт бәйләнеше яҡшы ойошторолмаған. Был иһә бәлиғ булмаған балалар осраҡлы транспортта йөрөргә мәжбүр.

Өфө туҡланыу индустрияһы һәм сервис колледжы директоры урынбаҫары Татьяна Христофорова студенттарҙың туҡланыуын ойоштороу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Меню йылына ике тапҡыр уҡыусылар менән килешеп төҙөлә. Бөгөнгө көндә ундағы меню яңы туралған йәшелсә салатынан, ит ризыҡтарынан тора. Мәҫәлән, тефтель, ҡабаҡлы тауыҡ маффины, былау, тиҙ әҙерләнгән голубцы, бауыр, балыҡ котлеттары, гарнирҙа макарон, картуф иҙмәһе, йәшелсә рагуһы әҙерләйҙәр. Колледждарҙа сәләмәт туҡланыу темаһына класс сәғәттәре үткәрелә.

Бөгөнгө көндә колледждарҙа 92 мең студент уҡый.

Түңәрәк өҫтәлдә студенттарҙың льготалы категорияларының туҡланыу темаһы ҡуҙғатылды. Улар – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары, етемдәр, инвалидтар, күп балалы аҙ тәьмин ителгәндәр. Баҡтиһәң, был балалар ҡайнар аш урынына банк картаһына компенсация аҡсаһы күсерелә.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рөстәм Әхмәҙинуров фекеренсә, карточканан аҡса тап туҡланыуға тотонолорға тейеш, колледждарҙың бурысы – был эште ойоштороу.

– Беҙҙең комитет колледждарҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәтселектең эшенә ҡушылырға әҙер. Льготалы студенттарҙы ҡайнар аш менән тәьмин итеүҙе ойоштороу мөмкинлектәрен ҡарайбыҙ, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан льготалы категорияға ҡараған студенттарҙы ашатыуға бүленгән саралар буйынса һандарҙы һораясаҡбыҙ. Әгәр быны яйға һалмаһаҡ, студенттар был аҡсаны башҡа ихтыяждарға тотонасаҡ. Насар туҡланыу, фаст-фуд, ҡоро-һары ризыҡтар уларҙың һаулығын ҡаҡшата, уҡыу барышында хроник сирҙәр, гастрит менән ауырый башлаясаҡтар, - тип билдәләне депутат.

Түңәрәк өҫтәл барышында асыҡланған икенсе мәсьәлә - студенттарҙың 10 – 20 проценты ғына, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса, колледжда ашай, ҡайһы бер колледжда - 50 процентҡа тиклем. Шул уҡ ваҡытта был ашханаларҙа башҡа граждандар туҡлана.

Сағыштырыу өсөн: мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың 90-100 проценты ашханала ашай.

"Әлбиттә, был хәлде үҙгәртергә кәрәк, ашхана колледждарының аутсорсерҙары тәү сиратта уҡыусыларҙың туҡланыуына иғтибар итергә тейеш", - тип өҫтәне депутат.

Ҡайһы бер колледждарҙың дөйөм ятағы санузелдары торошо йәмәғәтселектә ҙур һорауҙар тыуҙыра.

Баҡтиһәң, уларҙың ҡайһы берҙәрендә бәҙрәф әле лә урамда. Санузелдар бүлмәлә булһын өсөн йә төкәтмә төҙөргә, йә модулле бәҙрәф эшләргә кәрәк.

"Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа республика бюджеты иҫәбенә биналарҙа бәҙрәф төҙөүгә сығымдарын ҡаплау мөмкинлеген ҡарау өсөн колледждарҙы финанслау мәсьәләләрен тикшерәсәкбеҙ. Шулай уҡ был проблеманы хәл итеү өсөн округтар буйынса депутаттарҙы, предприятиеларҙы йәлеп итергә мөмкин", - тине Рөстәм Әхмәҙинуров.

Рәмилә Мусина фотолары.

Ниңә студенттар колледж ашханаларында туҡланмай?
Ниңә студенттар колледж ашханаларында туҡланмай?
Ниңә студенттар колледж ашханаларында туҡланмай?
Ниңә студенттар колледж ашханаларында туҡланмай?
Ниңә студенттар колледж ашханаларында туҡланмай?
Ниңә студенттар колледж ашханаларында туҡланмай?
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас