18 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Салауат районының Мөрсәлим ауылынан бишенсе класс уҡыусыһы Максим Шаһиморатов менән осрашты.
Малай төбәк етәксеһе менән тура бәйләнешкә үҙенең хатын ебәрҙе. Максим уға робот-трансформер бүләк итеүҙе һорай һәм республика Башлығы кабинетын күрергә, Яңы йыл алдынан уның менән осрашырға теләк белдерә.
Бала саҡтан инвалид булыуына һәм өйҙә уҡыуына ҡарамаҫтан, Максим әүҙем ижад менән шөғөлләнә, ауыл мәҙәниәт йортонда художество түңәрәгенә йөрөй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы 2018 йылдың көҙөндә Салауат районына сәфәре барышында яңы балалар баҡсаһы төҙөргә ҡушты, ә объектты 2020 йылдың ғинуарында астылар.
Максим Өфөгә Мөрсәлим ауылы урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Әлгизә Әлибаева оҙатыуында килде.
Радий Хәбиров эш кабинетын күрһәтте, үҙенең эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне һәм Максимға үҙе теләгән уйынсыҡты, шулай уҡ һеңлеләре һәм ҡустылары өсөн Яңы йыл бүләктәрен тапшырҙы.
Максим республика Башлығына үҙе төшөргән картинаны тапшырҙы һәм байрам шиғырын уҡып ишеттерҙе. Малай футболсы булырға хыялланыуы тураһында һөйләй.
Үҫмерҙең уҡытыусыһы әйтеүенсә, ғаиләлә Максимдың уҡыуына ҙур иғтибар һәм хәстәрлек менән ҡарайҙар һәм уның ҡаҙаныштары менән ғорурланалар.
Башҡортостан Башлығы малайҙы “Салют” республика реабилитация-белем биреү комплексында реабилитация курсын үтергә саҡырҙы.
– Ғәжәп осрашыу! Максимдың һаулығы насар, әммә шул уҡ ваҡытта ул бик асыҡ һәм изге күңелле. Ошондай хат яҙыу идеяһын үҙе уйлап тапҡанын һөйләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә ауыр сирле балалар бар. Уларға айырым иғтибар кәрәк. Тап улар өсөн беҙ “Салют” реабилитация үҙәген булдырҙыҡ. Унда Максимды ла дауалайбыҙ. Ә киләһе йылда ул йәнә Өфөгә килә. Иң мөһиме, барыһы ла иҫән һәм сәләмәт булһын, – тине Радий Хәбиров осрашыу йомғаҡтары буйынса.
"Яңы йыл хыялым тормошҡа ашты. Миңә республика Башлығы кабинеты һәм уның менән аралашыу бик оҡшаны, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Максим. – Радий Фәрит улы мине бер йылдан һуң тағы ҡунаҡҡа саҡырҙы, мин мотлаҡ килергә вәғәҙә иттем".
Фото: glavarb.ru.