Йәмғиәт
19 Декабрь 2024, 05:00

Рөстәм Нәбиев ни өсөн суд юлында йөрөй?

"Әлбиттә, беҙ был ҡарар менән килешмәнек һәм дәғүә белдерергә килдек. Ҡарап ҡарайыҡ, был юлы суд ниндәй ҡарар сығарыр”,  - ти блогер.

Рөстәм Нәбиев ни өсөн суд юлында йөрөй?Рөстәм Нәбиев ни өсөн суд юлында йөрөй?
Рөстәм Нәбиев ни өсөн суд юлында йөрөй?

Омск өлкәһендә казарма емерелеү һөҙөмтәһендә ике аяҡһыҙ ҡалған Өфө блогеры Рөстәм Нәбиев суд юлында йөрөй. Был хаҡта ул үҙенең телеграм – каналында хәбәр итә.

“Хәтерегеҙҙә булһа, мин йыл башында Мәскәүҙең  Пресненск район судына казарма емерелеү һөҙөмтәһендә үҙемә килгән мораль зыянды компенсациялауҙарын талап иткән инем. Суд ҡарар сығарҙы. Улар минең сәләмәтлегемде, ике аяғымды юғалтыуымды, ғүмерлек инвалид ҡалыуымды 1 миллион һумға баһаланы. Улар фекеренсә, был – ғәҙел һәм һәйбәт сумма. Әлбиттә, беҙ был ҡарар менән килешмәнек һәм дәғүә белдерергә килдек. Ҡарап ҡарайыҡ, был юлы суд ниндәй ҡарар сығарыр”,  - ти блогер.

Блогер Рөстәм Нәбиев үҙен аяҡһыҙ ҡалдырған ҡурҡыныс көн ваҡиғаларын бик йыш иҫкә ала. “Мине емерелектәр араһынан иң аҙаҡтан тартып сығарҙылар. Мин иҫән ҡалдым. Миңә икенсе мөмкинлек биргәне өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен. 20 ҡатмарлы операция, ике  клиник үлем кисерҙем, 7 көн комала яттым. Ике аяғымды ла киҫтеләр. Госпиталдә 11 ай булдым... һәм яңы тормош башланды”, -тип һөйләгән ине үҙе был турала.

Был ҡот осҡос фажиғәлә Рөстәм менән бергә хеҙмәт иткән 24 һалдат һәләк булған.

Фото һәм сығанаҡ: “Интертат”

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас