“Йәштәр осоро” республика йәштәр ҡаҙаныштары премияларының еңеүселәре иғлан ителде. 18-19 декабрҙә “Торатау” конгресс-холында “Башмолодежь. Уңыш йылы”тигән фестиваль үтте. Фестивалдең программаһы ирекмәндәрҙең, психологтарҙың, йәш ғаиләләрҙең форумдарынан һәм “Яҙ быуыны” тигән эшләүсе йәштәрҙең ижади фестиваленән торҙо. Шулай уҡ фестиваль майҙансыҡтарында йәштәр ойошмалары һәм хәрәкәттәре йыл һөҙөмтәһен барланы. Билдәле кешеләр менән осрашыу ҙа сарала ҡатнашыусыларға яңы көс-ҡеүәт бирҙе.
Фестиваль “Йәштәр осоро” тигән йәштәрҙең ҡаҙаныштарын асыҡлаған республика премиялары лауреаттарын тәбрикләү менән тамамланды.
-Киләсәк һеҙҙең ҡулда. Һеҙҙең потенциалды асыу өсөн беҙ барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Һеҙгә һәр ваҡыт алға барырға, бөгөнгө ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа, иртәгәгә ҡыйыу ҡарарға саҡырам. Сөнки был һеҙҙең осор – йәштәр осоро, - тигән һүҙҙәр яңғыраны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәбрикләүендә.
Еңеүселәр төрлө номинацияларҙа билдәләнде.