Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь , 23:00

Рәсәй Президенты “Ғаилә йылы”на йомғаҡ яһаны

Бөгөн Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты, уны Рәсәй Президенты Владимир Путин үткәрҙе. Фекер алышыуҙың төп темаһы - Рәсәй Федерацияһында ғаиләләргә ярҙам итеү.

Рәсәй Президенты “Ғаилә йылы”на йомғаҡ яһаны
Рәсәй Президенты “Ғаилә йылы”на йомғаҡ яһаны

Ултырышты асып, дәүләт башлығы тамамланып килгән Ғаилә йылына йомғаҡ яһаны.

- Ғаиләгә, уның ҡиммәттәренә, абруйына, статусына ярҙам һәм уны яҡлау темалары үҙгәрешһеҙ булыуын аңлайбыҙ. Улар демографик проблемаларҙы хәл итеүҙә, беҙҙең алда торған ҡатмарлы саҡырыуҙарға яуап эҙләүҙә төп терәк булып тора. Ғаиләнең тәғәйенләнеше, уның фундаменталь мәғәнәһе - иң тәүҙә ырыуҙы дауам итеүҙә, тимәк, Рәсәйҙең күп милләтле халҡын арттырыуҙа, - тине Владимир Путин. - Уҙып барған йылда ғаилә Рәсәй йәмғиәтендә үҙенең мөһим төп әһәмиәтен нығытһын, юғары әхлаҡи статусын раҫлаһын өсөн күп нәмә эшләнде. Ғаилә йолаларын һәм ҡиммәттәрен, әсәлек һәм аталыҡ мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса бындай эште мотлаҡ дауам итергә һәм күп балалы ғаиләләргә айырым иғтибар бүлергә кәрәк. Улар уңыш һәм йәмғиәттә танылыу яулау өлгөһө булырға тейеш. Ғаилә - ә улар өлкән быуын да, йәш ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа - беҙҙең дәүләт сәйәсәтендә алдынғы позициялар, үҙәк роль биләргә тейеш. Шул саҡта ғына беҙ демографик проблемаларҙы уңышлы хәл итә, ата-әсәләр мөмкин тиклем күберәк бала табырға ынтылһын өсөн шарттар булдыра аласаҡбыҙ.

Демография өлкәһендәге кире тенденцияларҙы бөтөрөүгә «Ғаилә», «Йәштәр һәм балалар», «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» кеүек яңы милли проекттар ҙа булдырылған, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәй Президенты. Уларҙы тормошҡа ашырыу 2025 йылға башлана.

- Беҙҙең бөтә ҙур пландарыбыҙ халыҡ именлеге, Рәсәй ғаиләләренең йәшәү кимәлен һәм сифатын күтәреү өсөн эшләргә тейеш. Уларҙы ла граждандарыбыҙ, уларҙың балалары үтәйәсәк, - тине Владимир Путин. - Рәсәйҙең уңышлы киләсәге, уны үҫтереү өсөн беҙ һеҙҙең менән, рәсәйлеләр, күберәк булырға тейеш. Һәм бында иң элек күп балалы ғаиләләр һанын арттырыу тураһында һүҙ бара. Бер нисә тапҡыр әйткәнемсә, күп балалар тәрбиәләгән ҙур ғаилә Рәсәй киләсәгенең образы булырға тейеш тә.

Үҙ сығышында дәүләт башлығы балалы ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам сараларын билдәләне. Улар иҫәбендә - яңы бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр һәм льготалар, шулай уҡ льготалы ғаилә ипотекаһын һаҡлап ҡалыу. Ултырышта ҡатнашыусылар төбәктәрҙең демография өлкәһендәге тәжрибәһен һәм иң яҡшы тәжрибәләрен, ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереү буйынса һөҙөмтәле мәғлүмәти эш булдырыуҙы тикшерҙе.

- Йәнә бер мөһим ҡарар, ул туранан-тура беҙҙең бөгөнгө темаға бәйле түгел, әммә илебеҙ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, - тип белдерҙе Владимир Путин. - Киләһе йылда Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләйбеҙ. Шуға бәйле 2025 йылды Ватанды һаҡлаусылар йылы тип иғлан итергә тигән тәҡдим индерәм. Геройҙарыбыҙ һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар хөрмәтенә һәм төрлө тарихи осорҙа Тыуған илебеҙ өсөн көрәшкән ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығы иҫтәлегенә. Нацизмды емергән атай-олатайҙарыбыҙ, ҡарт олатайҙарыбыҙ хөрмәтенә, - тине Владимир Путин.

Фотолар Рәсәй Президенты сайтынан алынды.

Рәсәй Президенты “Ғаилә йылы”на йомғаҡ яһаны
Рәсәй Президенты “Ғаилә йылы”на йомғаҡ яһаны
Рәсәй Президенты “Ғаилә йылы”на йомғаҡ яһаны
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: