- Бөгөн коллегалар менән төбәктә һәм Волга буйы федераль округында бәхетһеҙ осраҡтарҙы кәметеүгә, халыҡтың дөйөм хәүефһеҙлеген күтәреүгә йүнәлтелгән саралар тураһында һөйләштек. Башҡортостан Республикаһындағы ауылдар араһында үткәрелгән “Хәүефһеҙ ауыл” республика конкурсы еңеүселәренә һәм призерҙарына дипломдар, сертификаттар тапшырҙыҡ. Әйткәндәй, ул быйыл тәүге тапҡыр ойошторолдо. Бындай конкурс Рәсәй Федерацияһының бер төбәгендә лә юҡ. Был маҡсатта беҙ 10 миллион һум аҡса бүлдек. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ. Конкурс ҙур һорау менән файҙаланды, уны 2025 йылда тағы үткәрәсәкбеҙ, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов.
Вице-премьер Ирек Сәғитов етәкселегендә ойошторолған сарала Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш хәлдәр министры урынбаҫары, эске хеҙмәт генерал-полковнигы Илья Денисов, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Игорь Паншин, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Түбәнге Новгород өлкәһе буйынса Баш идаралығы етәксеһе Валерий Синьков һәм Волга буйы федераль округы төбәктәренеәң Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса идаралыҡтары етәкселәре ҡатнашты.
Сара ваҡытында биш муниципалитетҡа – Ҡалтасы, Краснокама, Стәрлетамаҡ райондары, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалаларына – мобиль ҡотҡарыу постары тапшырылды.
Сығанаҡ, фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.