Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь , 06:00

Йылан йылы өҫтәленә нимә әҙерләргә?

Ә ҡайһы ризыҡтан тыйылып торорға?  

Йылан йылы өҫтәленә нимә әҙерләргә?
Йылан йылы өҫтәленә нимә әҙерләргә?

Көнсығыш календары буйынса киләһе йылға йәшел ағас йылан хужа.  Был йылды ҡаршылағанда өҫтәлгә зөбәржәт  йәки ылыҫ төҫтәге етен һымаҡ тәбиғи туҡыманан булған  япма  йәйергә кәңәш ителә.

Табында ғәҙәти "Оливье" салаты, мандариндарҙан тыш, йәшелсә һәм сырҙан канапе, багетҡа ҡыҙыл балыҡ йәки паштет менән бутербродтар ҙа урынлы булыр.

Йылан йылын ҡаршылаған табында ит, балыҡ ризыҡтарын төрләндереп бешереү ҙә кәңәш ителә. Йылан тәбиғи ризыҡтар ярата, шуға бал, сәтләүек өҫтәлгән десерттар әҙерләргә онотмағыҙ.

Ә бына майлы, калориялы ризыҡтарҙы мөмкин тиклем әҙерәк әҙерләү кәңәш итә. Кәңәштәрҙе лә тыңлағыҙ, ләкин яҡындарығыҙҙы иң мөһиме үҙегеҙ яратҡан аш-һыу менән һыйлағыҙ.

Автор фотоһы.    

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: