Башҡортостанда ҙур сауҙа үҙәктәрендә мобиль һалым офистары эшләүҙе дауам итә. Бөгөнгә улар 3726 һалым түләүсене ҡабул иткән, һалым бурысын түләү өсөн 6 миллион 716 мең һумлыҡ квитанциялар өләшелгән. Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Андрей Агапов билдәләүенсә, төбәк ҡаҙнаһын тулылыландырыу һалымдарҙың намыҫлы түләнеүенә бәйле.
- Был аҡса һәр ҡайһыбыҙға ҡағылышлы һорауҙарҙы хәл итеүгә йүнәлтелә. Декабрҙә һалым органдары, ғәҙәттәгесә, “Һалым буйынса бурыстарһыҙ ғына Яңы йылға” тигән акция уҙғара. Быйыл 26 декабргә тиклем республиканың 20 сауҙа үҙәгендә һалым хеҙмәтенең мобиль офистары эшләйәсәк, шулай уҡ “Минең һалымдарым – минең республикама” тигән конкурс үҙенең хеҙмәткәрҙәре милек һалымын ваҡытында түләүҙе тәьмин иткән эш биреүселәрҙе асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя, - ти Андрей Агапов.
“Һалым буйынса бурыстарһыҙ” акцияһы сиктәрендә һалым органдары мөрәжәғәт итеүселәргә һалым буйынса бурыстары булыу-булмауын асыҡларға ярҙам итә, түләү өсөн квитанциялар бирә, башҡа ҡыҙыҡһындырған һрауҙарға яуап бирәләр.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.