Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь , 14:00

Табынға “Ап-аҡ ҡар” әҙерләйек

Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән Рәмилә Моратова Яңы йыл табынына үҙе яратып әҙерләгән аш-һыу рецебын тәҡдим итә.    

Табынға “Ап-аҡ ҡар” әҙерләйек
Табынға “Ап-аҡ ҡар” әҙерләйек
Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән Рәмилә Моратова Яңы йыл табынына үҙе яратып әҙерләгән аш-һыу рецебын тәҡдим итә. Әйҙәгеҙ, бергәләшеп эшләп ҡарайыҡ. Ашығыҙ тәмле булһын!
 
Беҙгә 5-6 бешкән йомортҡа, уртаса ҙурлыҡтағы бешкән өс картуф, ҙур булмаған һуған, консервалағы балыҡ (“сардины в масле"), уртаса ҙурлыҡтағы бешкән кишер, 180-200 грамм ҡаты сыр, 100 грамм майонез, 2-3 тоҙло ҡыяр, тоҙ, борос кәрәк буласаҡ.
 
Картуф менән кишерҙе эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Консервалағы шыйыҡсаның әҙерәген түгәбеҙ ҙә, сәнске менән иҙәбеҙ. Һуған менән ҡыярҙы ваҡлап турайбыҙ.
 
Тәрилкәгә йоҡа ғына итеп картуфты йәйеп һалабыҙ, тоҙ, боросто самалап һибәбеҙ, аҙ ғына майонез яғабыҙ. Икенсе ҡатҡа - һуған, өсөнсөгә - балыҡ, дүртенсегә - кишер (тоҙ, борос онотмағыҙ), бишенсегә ҡыяр һалабыҙ.
 
Бешкән йомортҡаны таҙалап, урталай бүләбеҙ. Һарыһын алып, майонез, тоҙ ҡушып иҙәбеҙ ҙә кире ағына тултырабыҙ һәм әйләндереп әҙер ҡаттар өҫтөнә һалабыҙ. Йомортҡа өҫтөнә йоҡа ғына итеп майонез һылайбыҙ. Иң өҫкө ҡатҡа ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы мул итеп һалабыҙ.
 
Бына ап-аҡ ҡар өйөмө әҙер. Табынға бирер алдынан үҙегеҙгә нисек оҡшай, шулай биҙәргә лә мөмкин.
 
Фото: Рәмилә Моратова.
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: