Район үҙәгендә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Шаран районы буйынса бүлексәһе инспектор-кинологы, полиция майоры Гүзәл Романованы хеҙмәттәше,”Кима” ҡушаматлы овчарка менән осратырға мөмкин. Улар шулай йыш ҡына урамға күнекмәгә сыға, тип яҙа “Шаранские просторы”.
Полицияла хеҙмәт иткән эттәрҙе бурыстарын үтәгәндә машина тауышынан, кешеләр төркөмөнән, шау-шыуҙан ҡурҡмаһын өсөн өйрәтергә, күнектерергә кәрәк икән. Яҡшы хеҙмәткәр булыу өсөн уларға ла бәләкәйҙән “уҡырға” тура килә. Кинологтар тоғро дуҫтарын иң яҡшы эҙәрләүсе итеп әҙерләргә тырыша. Гүзәл Романова кинология хеҙмәтендә бер йылдан ашыу эшләй. Быға тиклем 14 йыл дауамында эксперт-криминалист , йыл ярым тәфтишсе булып эшләгән. Белеме буйынса ветеринария табибы, ветеринария фәндәре кандидаты. Яңы үҙенсәлекле хеҙмәтен дә ул яратып башҡара. “Кима” етәксеһенең бойороҡтарын үтәргә, яҡшы эҙәрләүсе булырға тырыша. Полиция хеҙмәткәренә йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа уңыштар теләйбеҙ.
Маргарита Әхмәтова фотоһы.