Республиканан сираттағы гуманитар конвой махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Элекке кеүек үк, Мәсетле районы халҡы уны әҙерләүгә ҙур өлөш индергән – гуманитар ярҙамды ике ҙур йөк автомобилгә тейәгәндәр.
Гуманитар йөк составына дүрт автомобиль, мотоцикл, генераторҙар, бензобысҡылар, рациялар, дрон детекторы, медицина препараттары, йылы әйберҙәр, аҙыҡ-түлек һәм маскировка селтәрҙәре ингән. Был ҡиммәтле әйберҙәр “Ышаныслы тыл” ирекмәндәр штабы, шәхси эшҡыуарҙар, район халҡы һәм яҡташтар тырышлығы менән йыйылған.
Йөк автомобилдәренең береһе “Аҡтау” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм “И.И. Ниғәмәтйәнов” крәҫтиән-фермер хужалығы биргән ағас материалдары менән тултырылған. Барыһы 25 кубометр ағас матераилдары.
– Гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ихлас рәхмәт белдерәм. Бергәләп беҙ көс, был һүҙҙәр генә түгел, – тип белдерҙе Мәсетле хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин.
Фото: vk.com/asadullin02.