Башҡортостан бөтә ил менән бергә Яңы йылды ҡаршыларға йыйына. Балаларҙың күңелен күреү өсөн республикала бөтәһе 570 яңы йыл ҡаласығы төҙөлә. Бөгөн уларҙың күбеһе асылған да инде, әммә ҡайһы бер муниципалитеттарҙа һауа торошо арҡаһында эштәр тотҡарланған. Был турала Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итте.
Министр әйтеүенсә, республикала бөтәһе 1703 шыршы ҡуйылған, 347 һырғалаҡ, 633 тау (133 сертификатланған һәм 500 сертификат талап итмәгән), 67 саңғы базаһы һәм 30 тюбинг трассаһы эшләй.
Баш ҡалаға килгәндә, Өфөлә 22 төп боҙ ҡаласығы төҙөлгән, шуларҙың икәүһе – үҙәктә: ҡала Советында һәм Конгресс-холл янындағы майҙанда. Бөтәһе ҡалала 350 яңы йыл шыршыһы ҡуйылған.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаласыҡтар төҙөлөп бөтмәгән ерҙә эштәрҙе тиҙләтергә һәм уларҙы ошо көндәрҙә асырға ҡушты.
Фото: "Башинформ".