Йәмғиәт
23 Декабря 2024, 08:52

Шаҡша күпере асыла

Баш ҡала халҡына сабырлыҡ өсөн рәхмәт әйттеләр. 

Шаҡша күпере асылаШаҡша күпере асыла
Шаҡша күпере асыла

Был аҙна аҙағында – 27 декабрҙә Өфөлә күптән көтөлгән ваҡиға була: Шаҡша күперенең барлыҡ дүрт һыҙатын да техник асыу тантанаһы үтәсәк. Объектта эштәр тулыһынса тамамланмаған, әммә башҡа эштәр бер ниндәй сикләүһеҙ алып барыласаҡ. Был хаҡта Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова хәбәр итте.

– Артабан күпер буйлап хәрәкәтте ябыуға бәйле булмаған эштәр дауам итәсәк, ул – ямғыр канализацияһын һәм архитектура яҡтыртҡысын ҡороуҙы тамамлау, – тине ул.

Республика Башлығы Өфөлә йәшәүселәргә түҙемлектәре өсөн рәхмәт әйтте.

“Ҡатмарлы ғына осорҙа йәшәргә тура килде. Ләкин хәрәкәтте япмайынса ремонт эшләү мөмкин түгел ине. Шуға күрә баш ҡала халҡына түҙемлектәре өсөн рәхмәт”, – тине Радий Хәбиров.

Шаҡша күперендә эштәр 2023 йылдың яҙында башланғайны. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тороҡ ҡаралтыларының тимер-бетон балкалары 1600 тоннанан ашыу ҙурлыҡтағы металл конструкцияларға алмаштырылған, шулай уҡ барлыҡ терәк өлөштәре лә яңыртылды.

Күперҙә төп эштәрҙән тыш, бер километр оҙонлоҡтағы юлдар төҙөкләндерелгән, 44 яҡтыртыу таяуы, 1300 погон метр ҡаршылыҡ һәм 900 погон метр ҡойма ҡуйылған.

Эштәр “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә башҡарылды.

Фото: Ратмир Мәүлиевтың телеграм-каналы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас