Стәрлетамаҡ балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе булып эшләгән ҡатын -ҡыҙҙы мошенниктар 860 мең һумдан ашыу аҡсаһынан мәхрүм иткән, тип хәбәр итә Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы. Зыян күреүсенең әсәһе лә аферистар ҡорбаны булған.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, мошенниктар ялғандың яңы схемаһын ҡулланғандар - енәйәтсе телефон аша үҙен сәскәләрҙе таратыусы тип танытҡан һәм уның исеменә гөлләмә менән курьер рәсмиләштерелгән, тип ышандырған. Сюрприз алыу өсөн зыян күреүсе СМС-тан шәхси кодын атаған, һуңынан алдауға имеш, дәүләт органдарының ялған хеҙмәткәрҙәре ҡушылған. Улар тәрбиәсене һәм уның туғандарын аҡсаны хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә күндергән.
Һаҡ булығыҙ, Яңы йыл алдынан мошенниктар үҙҙәрен төрлө компания хеҙмәттәре тип таныштыра башлаған.
Фото: телеграм