+30 °С
Болотло
24 декабрҙә Өфөгә илдең Именлек советы рәйесе урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй“ партияһы рәйесе Дмитрий Медведев килде. Уны ҡала аэропортында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды.
Илдең Именлек советы рәйесе урынбаҫары Өфөлә бер нисә социаль объектта буласаҡ, шулай уҡ республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу менән танышасаҡ.
Фото: glavarb.ru