Йәмғиәт
24 Декабрь 2024, 16:00

“Ер эше бәрәкәтһеҙ булмай” тип һанай ине яҙыусы

Бөгөн хеҙмәттәшебеҙ Рәлис Ураҙғоловтың вафаты тураһында хәбәр килде. Яҙыусының "Башҡортостан" гәзитенә биргән һуңғы интервьюһын тәҡдим итәбеҙ.

“Ер эше бәрәкәтһеҙ булмай” тип һанай ине яҙыусы“Ер эше бәрәкәтһеҙ булмай” тип һанай ине яҙыусы
“Ер эше бәрәкәтһеҙ булмай” тип һанай ине яҙыусы

Хәҙер ауылда эш юҡ, тиҙәр. Эйе, рәсми нигеҙҙә ялланып, тыныс ҡына хеҙмәт итерлек, тотороҡло килем алып торорлоҡ, социаль йәһәттән яҡлау тойорлоҡ ойошмалар аҙҙыр унда. Шунлыҡтан күп кенә ирҙәр, ғаиләһен берәр-икешәр айға ҡалдырып, бүтән төбәктәрҙә эшләп йөрөргә мәжбүр. Ҡайһы саҡта ҡатындар ҙа оҙон аҡса юллап сығып китә.“Мал тотһаң, баҡса үҫтерһәң, ғаиләң ас булмай инде ул. Артҡанын һатып, аҡсаға әйләндерергә мөмкин”, – тиеүселәр бар. Был фекер, әлбиттә, бер ҡырлы түгел – бәхәсләшергә урын ҡала. Кемдәрҙер, киреһенсә: “Мал аҫрау ныҡ ҡиммәткә төшә, ит менән һөттө магазиндан һатып алыу отошлораҡ”, – ти бит. Оҙаҡ йылдар киң мәғлүмәт сараларында эшләп, матбуғат баҫмаларында башлыса ауыл хужалығы, эшҡыуарлыҡ мәсьәләләрен сағылдырған билдәле журналист, яҙыусы, ғүмере буйы үҙенең тыуған ерендә – Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылында – йәшәп, күмәк бала үҫтергән, ер эшенән бер ваҡытта ла тиерлек айырылмаған ғаилә башлығы Рәлис УРАҘҒОЛОВ менән ошо турала һөйләшәбеҙ.

– Рәлис Ришат улы, бөгөн ауылда шәхси хужалыҡҡа ғына таянып көн күрергә буламы?

– “Шәхси хужалыҡ” тиһәк тә, рәсми телдә ул һүҙбәйләнешкә “ярҙамсы” тигәне өҫтәлгән. Был дөрөҫлөккә тап килә, минеңсә. Эйе, ғаиләңде йыл әйләнәһенә ашатырға етерлеген баҡсаңда, аҙбарыңда үҫтереп алырға мөмкин. Ләкин, ҡайҙалыр ялланып аҡса тапмаһаң, һис юғында эшҡыуар, фермер түгел икәнһең, бер нисә сутый ергә ҡарап ултырып булмаҫтыр. Бөтә ихтыяж тамаҡта ғына түгел бит.

Кеше шәхси ярҙамсы хужалыҡ менән генә йәшәй ала, тип уйлаусылар бар. Бәхәсләшмәйем, тик уның ыңғай ҙа, кире лә яҡтары байтаҡ. Әйҙәгеҙ, башта кире яҡтарына иғтибар итәйек. Беренсенән, ерегеҙ сикләнгән. Әгәр йәшелсә, еләк-емеш үҫтереү, малға бесән әҙерләү, иген сәсеү өсөн киңерәк майҙан алам тиһәң, был инде шәхси эшҡыуар­лыҡҡа, фермерлыҡҡа яҡынлаша. Һалым органында теркәлеүҙе талап итеүҙәре бар. Икенсенән, яңғыҙ йәки ғаиләң менән генә эшләргә тура киләсәк, сөнки, эшҡыуар булмағас­һың, кеше ялларға ярамай.

Өсөнсөнән, кеше үҙе малының, хужалығының ҡолона әүерелә. Элек, журналист булып эшләй башлағансы әле, ике-өс йыл колхоздың профсоюз ойошмаһына етәкселек итергә тура килгәйне. Ул заманда колхозсыларға дауахананан алынған белешмә буйынса, ауырыуҙарына ҡарап, шифаханаларға, ял йорттарына юлламалар бирелеүе ғәҙәти хәл ине. Профком бушлай тәҡдим итә, ә кеше йөрөмәй... Хатта Ҡырымға, Кавказ курорттарына барыуҙан да баш тарталар.

Күптән сирләгәнен белгәс, шифа­ханаға юллама тотоп, берәүҙең өйөнә һөйөнсөләргә ашығам. “Эй, рәхмәт инде, тик һин миңә һуңғараҡ алып кил, – ти был. – Ана бит, һыйырым быҙауларға тора, ҡаҙым баҫырға ултырҙы”. Шулай, яҙ барһаң, көҙгә килеүҙе һорайҙар, йәй барһаң – ҡышҡа. Йөрөй-йөрөй арыйһың да икенселәрҙе ебәрәһең.

Хәҙер электән ауырыған, тик малынан айырыла алмаған шул кешеләрҙең үлеме хаҡында ишетәһең дә: “Их, ваҡытында дауаланһа, бәлки, ғүмере улай уҡ иртә өҙөлмәҫ ине”, – тип уйлап ҡуяһың. Малдары улар түшәккә йығылғас та ҡырылманы, барыбер шул уҡ ҡалды бит, ҡараусыһы табылды.

Бер йылы мәрхүм яҙыусы Сабир Шәриповтың тыуған яғына – Белорет районының Баҡый ауылына – барғайныҡ. Шунда һүҙ араһында “101 йәшлек әбей һаман һыйыр аҫрай” тигән хәбәр ишетеп ҡалдым да, ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмайынса, үҙен күрергә булдым. Әбей яҡшы ишетә, күрә, иҫе лә теүәл. Тик йығылып, аяғын ауырттырған икән – һикелә ята. “Ҡартайған көнөбөҙҙә беҙҙән малын ҡарата”, – тип бер аҙ үпкәләп ултырҙы эргәһендәге 70-80 йәштәрҙәге ике ҡыҙы. Әлбиттә, бесән-фәләнен ейәндәре әҙерләп бирәлер инде. Әбей иһә, бөтә нәмәһен күҙ уңында тотоп, һорашып, теүәлләп тора икән. “Һуғыш ваҡытында һеҙҙе ошо һыйырҙың нәҫеле аҫраны, уны һаҡлайһығыҙ!” – тип талап итә, ти. Көн дә әлеге ҡыҙҙары, ике яғынан ҡултыҡлап алып сығып, әсәләренә һыйырын күрһәтергә тейеш икән...

Дүртенсенән, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар дәүләт тарафынан субсидия-фәлән бирелеүенә өмөт итә алмай. Электән, совет осоронан бирле, шулай бер ниндәй ярҙамһыҙ тиерлек йәшәп килә был тармаҡ.

 – Ниндәйҙер программалар, ҡанундар буйынса юлларға мөмкин шикелле...

– Эйе, хоҡуҡтар тәҡдим ителә ул, тик байтаҡ кеше, документтар юллап йөрөй-йөрөй ҙә, тамам ялҡа. Ҡаланан ауылға ҡайтып йәшәүселәргә лә ярҙам вәғәҙә итәләр, уныһын да һәр кем файҙаланамы һуң? Әллә бөтә нәмәһен яҡшылап төшөндөрөп етмәйҙәр, әллә кеше ышанмай... Ауыл биләмәһе, район хакимиәттәрендә кешеләрҙе, хоҡуҡтарын аңлатып, етәкләп тиерлек алып йөрөтөрлөк булдыҡлы, ихлас күңелле белгестәр күберәк эшләһен ине ул. Ҡайһы саҡта ауылда йәшәүе ауырыраҡ һымаҡ тойола – йүнселлек, бик күп бюрократик кәртәләрҙе йырып сығырлыҡ ҡыйыулыҡ, көс, сабырлыҡ кәрәк. Беҙҙекен әйтмәйем, әммә бер нисә районда йорт төҙөү өсөн ер, ағас юллау мәсьәләләренең йылдарға һуҙылған оло мәшәҡәт икәнен беләм. Йәштәр шунлыҡтан эш табып, ситтә төпләнеп ҡалырға тырыша буғай.

Ә шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереү тәү сиратта ил өсөн мөһим. Финанс яғынан ауырлыҡтар башланһа, халыҡ йорт-ҡураһына нығыраҡ таяна бит. Был тармаҡ, “хәүефһеҙлек мендәре” булып, илдең бөтөнләй бөлгөнлөккә төшөүенә юл ҡуймай. Иҡтисади ҡыйралыштар, бер яҡтан, ныҡ алама күренеш, әммә улар һуңғы йылдарҙа кешене яйлап ҡына эшкә өйрәтә башланы. Шәхси хужалыҡтарҙа мал кәмеп бара ине, хәҙер ҡайһы бер кешеләр арттырҙы, хатта унар, егермешәр башҡа еткереп ҡуйҙы.

“Хәүефһеҙлек мендәре”, тинем. Эйе, бер шәхси хужалыҡ биш-алты ғаиләне аҫрарға етә. Бына ста­тис­тикаға күҙ һалайыҡ әле. Бөгөн Рәсәйҙә яҡынса 250 мең крәҫтиән (фермер) хужалығы ҡалды, улар илдә етеш­терелгән барлыҡ аҙыҡ-түлектең 6 – 10 проценты менән генә тәьмин итә. Ҙур агрокомплекстар иһә яҡынса 40 процентты бирә. Ә ҡалған продукция, йәғни 50 проценты самаһы, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға тура килә!

 – Аҙыҡ-түлектең күп кенә төрҙәре, шул иҫәптән картуф, һуған да, беҙгә сит илдәрҙән килә бит. Тимәк, уларҙың фермерҙары бик яҡшы эшләйҙер. Сере нимәлә икән?

– Уҙған быуаттың 90-сы йылдары урталарында, унан һуң да Рәсәйҙең етәкселек даирәләрендә ауыл хужалығына ҡарата төптө хаталы ҡараш йәшәне: йәнәһе, агросәнәғәткә күпме аҡса һалһаң да, файҙаһыҙ, ә бына сит илдекен һатып алыу күпкә арзаныраҡ килеп сыға... Игенлек­тәрҙең, фермаларҙың ни икәнен дә белмәгән “мәшһүр” иҡтисадсылар, калькуляторҙар менән генә иҫәпләп ҡарап, шундай һығымта яһаны. Һөҙөмтә булараҡ, илебеҙ, технологиялар һәм көнкүреш тауарҙары ғына түгел, аҙыҡ-түлек менән дә тәьмин ителеш йәһәтенән импортҡа күҙ төбәүсе дәүләткә әйләнә башланы. Алда әйткәнемсә, донъя күләмендәге иҡтисади тетрәнеүҙәр, Рәсәйгә ҡаршы сит илдәр ҡабул иткән төрлө санкциялар ғына уйланырға мәжбүр итте – юғиһә, һаман да түбәнгә тәгәрәй барып, беҙҙең ауыл хужалығы тамам көрсөккә терәлер ине.

Хәҙерге йәш быуындың аңында, бәлки, шул замандағы тәрбиә үҙ емешен бирәлер. Малсылыҡҡа, ер эшенә тартылып бармайҙар бит. Минеңсә, ҡайҙалыр ситкә сығып йөрөмәһә лә, шәхси эшҡыуар булып, шул уҡ килемде тыуған яғында таба ала улар. Себер аҡсаһы кеүек үк булмаһа ла, ғаиләләренә етер ине. Ауылда бер һабаҡташым, шулай уҡ ҡустым – фермер. Эшләйҙәр бит, табыш алалар, йөҙҙәрсә гектар ергә хужалар.

Сит илдәрҙе нисек кенә маҡта­маһындар, барыбер ер эше ауыр инде ул. Тик уларҙың фермерҙары шуның менән ота – дәүләт тарафынан бирелгән дотациялар юғары. Германияла, белеүемсә, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар юҡ, малсылыҡ һәм үҫемлекселек менән булышҡан­дарҙың бөтәһе лә – фермер. Уларҙың бурысы үҫтереү генә. “Миңә ашлама, орлоҡ, шул-шул кәрәк”, – тип шылтыратһалар, дәүләт вәкилдәре тейешле аҡсаны иҫәптәренә оҙаҡ­латмай күсерә. Аҙаҡ иһә фермерға: “Әҙер продукциям шунса бар”, – тип кенә әйтеү генә шарт, шунда уҡ әлеге лә баяғы дәүләт һатып ала.

Ә беҙҙәге фермер ни эшләй? Үҙ аҡсаһына яғыулыҡ, ашлама йүнләй, шунан һөрә, сәсә, дотацияһын көтөп ала алмай оҙаҡ ҡына йөрөй... Банктан аҡса һорар ине, проценттары юғары: сит илдә 3 – 5 процент булһа, бында 17-нән 36-ға хәтлем барып етә. Аҙаҡ урып-йыйып алынған продукцияны, юлын табып, һатырға ла кәрәк. Хаҡы әллә ҡаплана, әллә юҡ...

Беҙҙә тәбиғәт шарттары ла ҡырыҫ, ҡыш һыуыҡ. Шунлыҡтан электр энергияһына, яғыулыҡ-майлау материалдарына, техникаға байтаҡҡа күберәк сығым китә. Үҙебеҙҙә етештерелгән техника ла тиҙерәк ватылалыр.

Әммә бер өҫтөнлөгөбөҙ бар: беҙҙә халыҡтың тырышлығы күберәк, сәме көслөрәк. Ҡырыҫ шарттарға өйрәнгәнбеҙ. Әгәр дәүләт ярҙам итмәһә, сит ил фермерҙары көрсөккә терәләсәк, ә Рәсәйҙекеләр ыжлап та бирмәҫ.

 – Колхоз-совхоздарҙы тергеҙеү ауылдарҙың һаҡланыуына булыш­лыҡ итер инеме икән?

– Минеңсә, әлеге шарттар ҙа насар түгел. “Элек, ауылда колхоз булғанда, халыҡ мал тотто, сөнки фураж, һалам-бесән алыу мөмкинлеге бар ине”, – тиҙәр. Мал аҙығын бит бер кем дә бушлай алманы, барыбер эш хаҡы иҫәбенә бирелде ул. Етмәһә, рәйескә барырға, инәлергә кәрәк. Хәҙер ни, баҙарға сығаһың да һатып алаһың, ҡытлыҡ юҡ.

Һуңғы йылдарҙа кеше күп зарланыуға, ностальгия менән йәшәүгә күнекте. Был – тарихты белмәгәндән. Колхоздар һәйбәт ине, эш бар ине, тигән булалар. Ул бит Брежнев идара иткән дәүерҙең һуңында – һикһәненсе йылдар башында – ғына. Белеүемсә, СССР-ҙа ауылдарҙы күтәреү буйынса бик ҙур программа ҡабул ителгән, шуның икенсе этабын тормошҡа ашырғанда дәүләт колхоздар аша клубтар, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, мәктәптәр төҙөткән, дөйөм инфраструктураны яҡшыртҡан. Әле “колхоз өйө” тип аталған йорттар колхоздыҡы түгел бит ул, уларҙы хужалыҡ аша һалдырғандар ғына, хаҡы барыбер ил ҡаҙнаһынан түләнгән. Йәштәр ауылда ҡалһын тип, хеҙмәт хаҡын арттырғандар, яңы техника алғандар...

Шәхси хужалыҡтар Октябрь рево­люцияһына тиклем дә булған, аҙаҡ та. Тик совет осоронда уларҙы аяуһыҙ ҡыҫҡандар, бигерәк тә Хрущев ваҡытында. Үҙ ихатаһында мәшәҡәт­тәре күберәк булһа, кеше дөйөм эшкә илке-һалҡыраҡ ҡарар, тип ҡурҡ­ҡандарҙыр. Иң аламаһы – ауылдағы халыҡты һалымдар менән яфала­ғандар. Һыйырың бармы-юҡмы, дәүләткә 40 кило ит тапшырырға тейешһең!.. Аҡса юҡ... Һыйырын һаҡлап ҡалыр өсөн быҙауҙарын илтеп биргәндәр инде шунан. Малы булмағандар бөлгөнлөккә төшкән дә төшкән. Күп булған ундай хәлдәр.

Беҙҙең бала саҡта ла мотлаҡ һөт тапшырыу талабы бар ине. Әсәйемдәр, Өфөгә барып, иретелгән һары май һатып алып, һөт урынына шуны тапшыра торғайны, сөнки улайтҡанда план тиҙерәк үтәлә, һыйырҙың һөт-ҡаймағы үҙебеҙгә ҡала. Өй һайын бер генә һыйыр аҫрарға рөхсәт иттеләр. Беҙ, ярай, өсәү үҫтек, ә ҡатыным Нурияның ғаиләһендә биш бала ине. Нисек арттыраһың инде аҡты?

Шулай уҡ беҙҙең яҡтарҙа һәр ҡатынға бишәр гектар сөгөлдөр майҙанын ҡарап үҫтереүгә бирҙеләр. Әйткәне генә шулай, ысынында күберәк булмаһа. Ете йәштән әсәйем менән бергә сөгөлдөр баҫыуында эшләп үҫтем шулай. Мин армиянан ҡайтҡанда ла бар ине әле ул йөкләмәләр.

Дәүләттең ауыл халҡынан хатта 70-әр кило ит таптырған саҡтары булған. Йомортҡанан да, һарыҡ йөнөнән дә өлөш сығарттырғандар. Унан алдараҡ, “кулактарҙы бөтөрөү” мәлендә, кешеләрҙең хәләл көс менән туплаған, ғаиләһе күҙ төбәп торған күпме мөлкәтен тартып алғандар! Минең 70 йәшлек ҡарт олатайымды ҡатыны менән бергә һөргөнгә ебәргәндәрен генә уйлап ҡарағыҙ әле. Ниңә колхозды һағыныусылар шуны иҫләмәй? Һис тә совет ҡоро­лошон түгел, ә үҙҙәренең ғәмһеҙлектә үткән йәшлеген һағыналарҙыр, тип уйлайым.

Кемдәндер ғәйеп эҙләү кеүек алама ғәҙәт бар халыҡта. Уларға гел Ельцин ғәйепле, Рәхимов ғәйепле, тағы әллә кемдәр... Тауығы ситән аша теге яҡҡа сыҡһа ла, күршеһен әрләрҙәр ине. Шулай яман өйрәнделәр. Илдәге сәйәси хәл түгел, ә үҙеңде йәлләү, аҡланыу, ялҡаулыҡ, яуапһыҙлыҡ боҙҙо кешене. Тышта нимә барһа ла, өйөңдәге тәртип өсөн һин бит үҙең яуаплы.

 – Шәхси ярҙамсы хужалыҡтың ыңғай яҡтарын да билдәләп үтһәгеҙ ине.

– Бер мәл, һыйыр тотмайым, һөттө магазиндан алырмын әле тип, һыйыр малын бөтөрттөм. Шунан белдем инде ай буйы боҙолмай торған һөттөң ни икәнен. Кистән асып, банкаға ҡойоп, һыуытҡысҡа ҡуйһаң, иртәнгә әллә нимәгә әүерелә. Мин үҙем һөттөң тәмен ныҡ айырам. Һыйырҙыҡы түгел был, порошоктан эшләнгәндер, тинем шунда уҡ. Ҡыҙымдың балалары һөт эсергә ярата, бигерәк тә шуларҙы алдаштырғым килмәне. Оҙаҡ уйламай, тиҙ генә аҡса йыйыштырҙыҡ та, яңынан һыйыр алдыҡ та ҡайттыҡ. Күп тә үтмәй, тағы өс башҡа еткерҙек.

Үҙеңдең һөтөң, итең, йомортҡаң, картуфың булыуы, беренсенән, ғаиләгә ҙур терәк ул. Артҡанын һатырға була, әммә беҙҙеке үҙебеҙҙән ҡалмай – балаларға ебәрәбеҙ. Ҡаланан ҡайтҡан саҡтарында уларға күстәнәскә кәнфит-перәник һалып ултырып булмай бит. Икенсенән, мәсьәләнең рухи яғы ла бар. Әгәр аҙбарың тулы булһа, донъяң теүәл һымаҡ. Бая телгә алған 101 йәшлек әбей иҫкә төшә.

Шулай уҡ бер мәл, лейкоз тигән ауырыу таралыуы сәбәпле, өс һыйырымды ла һуйырға тура килгәйне. Аҙбар эсе буп-буш... Керәһең – күңелһеҙ. Беҙҙең быуын шулай өйрәнгән дә инде: иртән тораһың да тәүге уйың – малға бесән һалыу, йәй иһә – мотлаҡ бесән әҙерләү.

Өсөнсөнән, үҙең етештергән ризыҡ һаулыҡ өсөн яҡшы. Теләһә нисек яһалған һөт ризыҡтары, хәләллеге шик тыуҙырған ит, боҙолмай торған емеш-еләк ашап ултырғансы, йыбанмай ғына үҫтерәһең дә алаһың. Беҙҙең быуынға нисек тә ярар кеүек, ә бына ейән-ейәнсәрҙәрҙең ағыуланы­уына юл ҡуйғы килмәй. Былай ҙа экология шәптән түгел, аллергия сирҙәре артты.

Элек беҙҙең ауылда халыҡтың 360-лап баш һыйыр малы бар ине. Хәҙер нисә генә тип әйтәйем икән... Фермерҙарҙыҡын иҫәпкә алмағанда, башмаҡтары, һыйырҙары бергә – 35 кенә баш! Шуға көтөүгә сират әйләнә лә миңә килеп етә. Һыйыр аҫрап өйрәнгән быуындың ҡартайыуы сәбәп быға. Әле мал тотҡан ауылдаштар араһында иң йәштәре – иллене үткәндәр. Тимәк, йәшерәктәргә ул шөғөл кәрәкмәй...

 – Һыйырҙы, башҡа малды иң күбе нисәүҙе тотҡанығыҙ булды?

– Элек, балалар бәләкәй саҡта, 20-30 тауыҡ аҫрай инек. “Уй, ашатырға күп кәрәк бит”, – тип аптырай тор­ғайнылар. Хәҙер бына йыл да көҙгә ҡарай ихатамда 100-200 тауыҡ йыйылып китә. Һыйырҙы иһә бер осор ғына дүртте тоттоҡ, ғәҙәттә, өс баштан арттырмайбыҙ. Ат көткәнебеҙ булды, уны ла әллә ни күбәйтмәнек.

Ун йыл самаһы шәхси эшҡыуар булып, ауыл янындағы ун гектар ерҙе ҡуртымда тоттом. Сәбәбе бик ябай, кемгәлер сәйерерәк тә күренер: атай-олатайҙарҙың ерен ситтәргә бирге йәки буш ятҡырғы килмәгәйне. Хәҙер инде ул яландар дәүләткә кире тапшырылды, әммә үҙебеҙҙең ауыл фермерында ҡуртымда. Минең иһә биш гектарлыҡ пай ерем бар.

Шул эшҡыуар булған сағымда, келәттә иген күп ятҡас, 200-ләп өйрәк бәпкәһе алып көттөк. Ҙурайтҡас, баҙарға сығарып һатып торҙоҡ, хаҡы ҡапланды, тик әллә ни ҙур файҙаһы булманы. Элек бит бөгөнгө һымаҡ туңдырғыстар юҡ ине, ит боҙолмаҫ борон тип, арзанға ебәрергә тура килде.

Былай бер осорҙа ла малһыҙ йәшәмәнек, тиергә була. Иҫләүемсә, икенсе балабыҙ тыуып, мин БДУ-ға уҡырға киткәнсе өйҙә туғыҙ баш һыйыр малыбыҙ, өс атыбыҙ бар ине. Ике бала менән ҡатыным Нурияға ауыр тип, артабан бер аҙ кәметтек, ләкин бөтөрмәнек. Аҙаҡ, уҡыуҙы тамамлағас, кире арттырҙым һыйыр­ҙарҙы. Аттар ҙа алдым. Өлкән улым Тимерғәле ныҡ бәйле булды йылҡы малына. Ҡолондарын өйрәтте, екте. Ат өҫтөндә аяғүрә баҫып йөрөй торғайны. Гел тиерлек йорт ҡуяндары аҫраныҡ, уларҙы ҡарау иһә күберәген Юлайҙың иңенә төштө.

“Йәшлек” гәзите хәбәрсеһе бул­ғанда Өфөгә көн дә йөрөп эшләй инем. Нурияға хужалыҡты яңғыҙы тиерлек алып барырға тура килде. “Башҡортостан” гәзите редакцияһына күскәс, үҙ хәбәрсе вазифаһына тәғәйенләүҙәре эшемде еңеләйтте, ҡатыным да иркен тын алып ҡалғандыр. Аҙаҡ “Ағиҙел” журналына ла ярты ставкаға барҙым, сөнки өйҙә ултырып яҙышыуы ҡулайыраҡ.

Йәшерәк саҡта шуны һайларға кәрәк булғандыр: йә фермерлыҡҡа ныҡлап тотонорға, йә ижад менән генә шөғөлләнергә. Бөтәһе бер юлы булмай ул. Хәҙер бына балалар ғаилә ҡороп бөттө, улар нығынып алһа, үҙебеҙгә етерлек кенә мал ҡалдырып, ижад эшенә иркенләп ултырырға ине.

 – Бөгөн ауылда эш юҡ, тиҙәр. Ундайҙарға яуап итеп, ниндәй кәңәштәр бирерһегеҙ?

– Улай тип әйткән кешеләр менән бөтөнләй килешмәйем. Ауылда эш күп! Әле бына баҡсамды, малымды ҡарарға ла ваҡытым етмәй китә.

Аҡса ла эшләп була. Мәҫәлән, ҡыш буйы үҙебеҙҙең төкәтмәлә йәшел һуған үҫтерәм. Балаларымдың, кейәүемдең магазиндарына көн һайын берәр кило ебәреп торам, ярҙам булһын, тип. Кәсепкә әйләндерһәң, шулай ғына иткәндә лә, айына 15 мең һумлап файҙаһы сығасаҡ уның. Хаҡы икеләтә ҡайта.

Тауыҡ ҡына көтһәң дә, төрлө продукцияһын һатып, һәйбәт табыш алырға мөмкин. Осһоҙораҡҡа һөйәк оно, ваҡ ҡабырсаҡ, балыҡ майы, көнбағыш һығынтыһы тапһаң, йылы урын хәстәрләһәң, йомортҡанан көн һайын ҡулаҡса килеп торасаҡ.

Йорт ҡуяндары тиҙ үрсей, уларҙы 40-50 оянан йыл дауамында 400 – 600 башҡа еткерергә мөмкин. Тик, минеңсә, һыйыр малын аҫрауы еңе­лерәк, сөнки ҡураны таҙартыу, ашарға һалыу аҙыраҡ ваҡытты ала. Ҡуяндар­ҙы иһә, 50 ояны көнөнә дүрт тапҡыр ғына асып япһаң да... Эре малды һуйһаң, ите лә күп.

Ғөмүмән, шәхси хужалыҡта үҙеңә етерлек итеп төрлө малды ла, ҡош-ҡортто ла бер юлы аҫрап була. Көн һайын аҡса килтерә торғандары – тауыҡ менән һыйыр. Тик бөтә нәмәне лә, һатыр йә ашар өсөн тип, маҡсат ҡуйып көтөргә кәрәк. Ярай, йөрөрҙәр әле шунда, тиергә ярамай.

Күп кенә фермерҙар үҙ эшен шәхси хужалығындағы тәжрибәләренән башлаған. Берәүҙәр, мәҫәлән, бәрәңге баҡсаһын, еләк сәсеп, плантацияға әйләндергән. Йыйып бөтөп булмай, ти. Базаларға күмәртәләп тапшырып ҡына ла йыллыҡ килем алалар икән. Икенселәр йыл әйләнәһенә бәшмәк үҫтереү менән мәшғүл.

Һөт менән кәсеп итеүселәрҙе беләм, улар, быҙауын тыуғас та һатып ебәрә лә, һыйырҙы һауа ла һауа. Беҙ бит улай итмәйбеҙ, өс һыйырың булһа, тәүге ике айҙа шуларҙың икәүһенекен быҙауҙар имеп бөтөп тора. Бизнесҡа әйләндерһәң, 25-әр литрҙан көнөнә 1200 һум килер ине.

 – Балаларығыҙҙың бөтәһе лә эшҡыуармы?

– Эйе, ниңәлер бер-бер артлы шул өлкәгә тартылдылар. Хәүефле, ыҙалы булһа ла, сауҙа менән шөғөлләнәләр – таңдан уҡ тауарға сығып китәләр, туҡтауһыҙ йүгерәләр, ҡаңғыралар.

Тимерғәле генә Өфөнән фатир алды, ә унан кесерәктәре тыуған ауылында төпләнергә ҡарар итте. Фаягөлдәр, Юлайҙар икешәр ҡатлы йорт һалды инде, Кинйә менән Азамат та төҙөп йөрөй.

Әлбиттә, эшҡыуар булыу бай тигәнде аңлатмай. Бөтөн аҡсалары әйләнештә уларҙың. Килем алмаған, бурысҡа батҡан саҡтары булғылай. Иң мөһиме – үҙаллылыҡ.

 – Кем беренсе башланы һуң?

– Тимерғәле үҫмер сағында уҡ кешегә ялланып түтәлдәр ҡаҙып йөрөнө. Аҙаҡ, бер туғаныбыҙға ҡушы­лып, ҡоҙоҡтар ҡаҙырға кереште. Өфөләге авиация техникумында уҡығанында беҙҙән бер тин дә һора­маны. Баҡһаң, маршрут таксиҙарында аҡса йыйыусы булып йөрөгән, сту­денттарҙан бригада төҙөп, әйберҙәр күсереү менән шөғөлләнгән.

Байтаҡ капитал туплап өлгөрҙө шулай. Армияға китер алдынан өйҙә тәҙрә рамдарын яңырттырҙы, ҡыйыҡты яптырҙы, ҡоҙоҡ ҡаҙҙырҙы, тағы ла беҙгә ете быҙау һатып алырға һәм уларҙы ашатыу өсөн фуражға аҡса бирҙе. “Армияла саҡта эшем туҡтап торор бит”, – тип. Хеҙмәттән ҡайтҡас, теге үгеҙҙәрҙең икәүһен эш өсөн беҙгә бирҙе, тағы икәүһен уртаҡ һуғымға тотондо, ҡалған өсәүһен һатып, үҙе ҡоҙоҡтар ҡаҙыу кәсебен башланы.

Бер аҙҙан пилорама һатып алды, бетон ҡулсалар эшләргә тотондо, тик цехы яныу сәбәпле бурыста ҡалды. Шунан, еңелерәк булыр тип, етештереүҙән сауҙаға күсте инде. Туғандарын да өйрәтте, артынан эйәртте.

 – Дөрөҫ тәрбиә биргәнһегеҙ!

– Юҡ, мин дә, әсәләре лә балаларға “былай бул”, “тегеләй бул” тип ултырманыҡ бер ваҡытта ла. Мыжыманыҡ, аҡыл өйрәтмәнек, ең һыҙғанып эшләнек тә эшләнек.

 – Үҙ өлгөгөҙ менән тырыш, тәүәккәл итеп үҫтергәнһегеҙ инде.

– Шулайҙыр, күрәһең... Хәрәкәт итһәң, бәрәкәт килмәй ҡалмай. Тик беҙ файҙаны гел бер яҡтан ғына көтәбеҙ, ә уның төрлөсә булыуы бар.

 Даян МӘЖИТОВ әңгәмәләште.

“Ер эше бәрәкәтһеҙ булмай” тип һанай ине яҙыусы
“Ер эше бәрәкәтһеҙ булмай” тип һанай ине яҙыусы
“Ер эше бәрәкәтһеҙ булмай” тип һанай ине яҙыусы
“Ер эше бәрәкәтһеҙ булмай” тип һанай ине яҙыусы
“Ер эше бәрәкәтһеҙ булмай” тип һанай ине яҙыусы
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас