Бөгөн, 24 декабрҙә, Өфө хосписында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт ҡурайсылар ансамбле һәм «Встреча» халыҡ ветерандар хоры концерты үтте. Талантлы ҡунаҡтарҙы тыңларға бындағы балалар, өлкәндәр һәм уларҙың яҡындары килде.
Концертҡа инвалид коляскаһында ғына түгел, ә киң коридорҙар, иркен тамаша залы һәм хеҙмәткәрҙәрҙең хәстәрлеге арҡаһында медицина карауатында ла “килергә” мөмкин.
"Яңы йыл алдынан хосписта ҡунаҡтарҙы айырыуса күп ҡаршылайбыҙ – тәрбиәләнеүселәрҙең туғандары, артистар һәм ирекмәндәр даими килә. Дуҫтарыбыҙҙың даими ярҙам итеүе лә ҡыуаныслы", - ти Өфө хосписының баш табибы Оксана Кузовкина.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова һәм Башҡортостан Республикаһының Балалар фонды рәйесе Лүзидә Рәжәпова хоспистағыларға бүләктәр килтергән.
Осрашыуҙа «Өфө хосписы» хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова ҡатнашты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда тәүге хоспис Өфөлә 2023 йылда асылды. Хоспис -дауалап булмаҫлыҡ сирле республика халҡы өсөн комплекслы паллиатив медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге. Уны Өфөлә төҙөү тураһында ҡарар 2019 йылдың авгусында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан ҡабул ителде.
Бөгөн Өфө хосписы эшҡыуарҙар һәм ябай кешеләр ярҙамы да ҡабул итә. Ойошманың эшенә Яңы йыл акцияһы сиктәрендә ярҙам итергә мөмкин. https://newyear.ufahospice.ru/company, шулай уҡ сайтта https://ufahospice.ru/
Фото: хоспистың матбуғат хеҙмәте.