Йәмғиәт
24 Декабрь 2024, 07:30

Рәмзиә Кәримова үҙ премияһын тапшырҙы

Журналист белем алған Әбйәлил районы Әбделмәмбәт урта мәктәбендә 2022 йылдан яҡшы уҡыған, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, китап уҡырға яратҡан, ижади уҡыусыға үҙ премияһын тапшыра.

Рәмзиә Кәримова үҙ премияһын тапшырҙыРәмзиә Кәримова үҙ премияһын тапшырҙы
Рәмзиә Кәримова үҙ премияһын тапшырҙы

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың VII саҡырылыш депутаты Рәмзиә Кәримова - Байбулатова туған мәктәбендә үҙ премияһын булдырған ине. Был хаҡта ул "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә хәбәр итә.

"Халыҡ-ара, ил, республика кимәлендәге сараларҙа йыш ҡатнашырға тура килә. Әммә минең өсөн иң көтөп алынғаны, иң тулҡынландырғысы-тыуған мәктәбемдә үҙемдең премиямды тапшырыу тантанаһы. Әбйәлил районы Әбделмәмбәт урта мәктәбендә аҡсалата премияны 2022 йылдан яҡшы уҡыған, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, китап уҡырға яратҡан, ижади 3 уҡыусыға бирә башлағайным. Аллаға шөкөр, быйыл өсөнсө тапҡыр тапшырырға насип булды.
2024 йылдың лауреаттары:
Дауытова Наҙгөл Фәнил ҡыҙы, 11 класс уҡыусыһы
Дийәрова Рита Марс ҡыҙы, 9 класс уҡыусыһы
Кинйәбаева Нурия Закир ҡыҙы, 8 класс уҡыусыһы.

Лауреаттарыма уҡыуҙарында уңыштар, яңы асыштар, табыштар, балҡыштар теләйем!", - тип яҙған ул.

Фото һәм сығанаҡ: Рәмзиә Кәримованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән

Автор:Карима Усманова
Читайте нас