“Ватанды һаҡлаусылар“ фонды филиалының Башҡортостандағы социаль координаторҙары МХО ветерандары һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә булышлыҡ итеү менән шөғөлләнә. Әлегә координаторҙар һаны 97 кеше иҫәпләнә.
19 ай эсендә фонд филиалына 33 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән, шулай уҡ 83 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән. Уларҙың 77 меңе хәл ителгән. Төп мәсьәләләр булып ярҙам сараларын тәғәйенләү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыу менән бәйле федераль һәм төбәк түләүҙәре, юридик һәм медицина ярҙамы, хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһын алыу тора.
Яңы йыл алдынан “Ватанды һаҡлаусылар“ фондының республика филиалы социаль координаторҙары МХО-ла һәләк булғандарҙың ғаиләләренә барып, яңы йыл бүләктәрен – оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек йыйылмаһын тапшырҙы. Был бүләкте фондтың бөтә Башҡортостан буйынса оҙатыуында булған ғаиләләр алды.
“Ватанды һаҡлаусылар“ фонды филиалына республика партнерҙары һәм муниципалитеттары хакимиәттәре ҙур ярҙам күрһәткән. Ә 27 декабрҙә иһә социаль координаторҙар МХО-ла ҡатнашҡандарҙың 300-ҙән ашыу балаһына Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыуға әүереләсәк. Балалар Ҡурсаҡ театрына Яңы йыл кисәһенә саҡырылған.
Фондтың республика филиалы эшмәкәрлеге тураһында тулыраҡ ошонда https://vk.com/public220653548 бирелгән.
Фото: Сибай ҡалаһы хакимиәте.