Бөгөн Өфөләге Көрәш һарайында үткәрелгән байрамда бер меңдән ашыу бала һәм өлкәндәр конструкторҙарҙы күмәкләп йыйыу буйынса рекорд ҡуйҙы.
Сараны Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, “Бәхет биләмәһе” хәйриә фонды, “Көрәш һарайы” спорт әҙерлеге үҙәге һәм Рәсәйҙең РУБРИК конструкторҙар бренды ойошторҙо.
Проектҡа Мостай Кәрим исемендәге Өфө халыҡ-ара аэропорты булышлыҡ итте. Рекордты ҡуйыу өсөн 100 меңдән ашыу деталь – РУБРИК Яңы йыл коллекцияһынан бер меңдән ашыу ҡар бөртөгө һәм йондоҙ эшләнде. Был – тарихтағы деталдәр һәм ҡатнашыусылар һаны буйынса конструкторҙарҙы иң күп йыйыу буйыу осраҡ.