Яҡташыбыҙ, Учалы ҡыҙы Зәлиә Шәмиғолованы алыҫ Маврикий утрауында һәләк итеүҙәренә дүрт ай үтеп тә китте. Тик ҡыҙҙың яҡындары әле һаман тыныслана алмай. Баҡһаң, утрау властары үлтереүсегә һаман яза бирмәгән һәм тикшереү эшен һуҙа. Ә бында әсә кешенең йөрәге тулай... Был хәл тураһында “КП-Өфө” баҫмаһы яҙа.
Фажиғә 17 августа булғайны. Яҡташыбыҙҙы 29 йәшлек урындағы программист Пурявирсингх Сундур көнләшеп үлтерҙе. Ул енәйәт ҡылыуын таныған һәм полицияға кәүҙәне күмгән урынды күрһәткән. Тәфтишселәр фекеренсә, индус Зәлиәне ҡыҙғанған һәм шуға үлтергән. Ә ысынбарлыҡта улар араһында бер ниндәй ҙә йылы мөнәсәбәттәр булмаған. Ир яҡташыбыҙҙы кешеһеҙ урынға алып барып һәләк иткән һәм күмеп ҡуйған. Бер нисә көн эҙләгәндән һуң ғәйепле ир ҡулға алынды. Август аҙағында Зәлиәнең кәүҙәһен тыуған яғына алып ҡайтып ерләнеләр.
Ә балаһын юғалтҡан әсә нисек йәшәй? Әлбиттә, ҡот осҡос. Зәлиәнең әсәһе был фажиғәне бик ауыр кисерә, ә үлтереүсенең һаман суд хөкөмө алдына баҫмауы тағы ла хәлен ауырлаштыра. Ҡыҙҙың яҡындары фекеренсә, Маврикий полицияһы ни сәбәп буйынсалыр тикшереүҙе һуҙа.
– Беҙ әле һаман был хәлгә күнә алмайбыҙ. Зәлиәне Учалыға алып ҡайтып, ата-бабаларыбыҙ ятҡан зыяратҡа ерләнек. 16 декабрҙә ҡыҙыбыҙға 30 йәш тулырға тейеш ине. Бөтә ғаиләбеҙ менән бергә йыйылып, ҡәбергә барып, сәскәләр һалдыҡ. Уның әсәһе шул тиклем борсола, ғазаплана. Ошо айҙарҙа ул ҡоро һөйәккә ҡалды тиерлек, ҡан баҫымы даими күтәрелеп тора. Шәмбе көн етеү менән хәле насарлана, сөнки был хәл тап шәмбе көндө булды. Беҙ уны бындай мәлдәрҙә яңғыҙын ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ, - тип әсенеп һөйләй ҡыҙҙың апаһы Гөлназ.
Зәлиә Шәмиғолованың ғаилә ағзалары даими рәүештә Рәсәйҙең республикалағы консуллығы менән бәйләнештә, уның хеҙмәткәрҙәре көн һайын тиерлек урындағы полицияға тикшереү барышы тураһында һорау ебәрә. Әммә дүрт ай үтеүгә әлегә һөҙөмтәләр юҡ.
Бөгөнгө көндә Зәлиә Шәмиғолованың әсәһе Учалыла уҡытыусы булып эшләгән мәктәпкә эшкә йөрөүен дауам итә. Кәүҙәһе менән һөнәрҙәштәре һәм уҡыусылары янында булһа ла, әммә бөтә уйҙары уның яратҡан ҡыҙы тураһында хәтирәләр менән тулған.
– Минең ҡыҙым Зәлиә бындай ҡот осҡос үлемгә лайыҡ түгел ине. Ул бөтөн донъяға асыҡ изге күңелле кеше. Мин ҡыҙымды юғалттым, әммә минән башҡа уны бында, Рәсәйҙә, күптәр юғалтты. Ул уңышлы белгес, уңышлы эшҡыуар булды, уны байтаҡ металлургия предприятиелары етәкселәре белә ине. Университетта уҡыта, үҙенең авторлыҡ программалары буйынса эшләне. Дуҫтары, студенттары һәм коллегалары уны юғалтты. Миңә әле лә нимә булғанын яңы ғына белгән кешеләр яҙа, - тигән Зөлфиә Шәмиғолова “КП-Өфө” журналистарына.
Әле Зәлиәнең әсәһе берҙән-бер нәмә тураһында хыяллана – ҡыҙын үлтереүсегә ҡәтғи яза көтә. Ул Рәсәйҙең Маврикиялағы консуллығына ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерә, ләкин урындағы полицияны эште “ҡуҙғатыу” өсөн көс һалып етмәй, тип иҫәпләй.
- Ниндәйҙер вәхши минең ҡыҙымдың тормошон шулай итеп тапаны. Мин был енәйәтсенең етди яза алыуын теләйем. Әлбиттә, бер яза ла ҡыҙымды ҡайтармаясаҡ. Ләкин мин уның төрмәлә сереүен теләйем, - ти Зөлфиә Шәмиғолова.
Фото: социаль селтәрҙәр.