Күңел асыу программаһы 11 сәғәттән 16 сәғәткә тиклем дауам итте. Ошо ваҡыт эсендә сара майҙансығында 8,6 меңдән ашыу кеше булған. Артистар һәм аниматорҙар байрам мөхите булдырып, тамашасыларға яҡшы кәйеф бүләк итте.
Ҡыштың иң төп тылсымсыһы байрам ҡунаҡтарын етеп килгән Яңы йыл һәм Раштыуа байрамы менән ҡотланы. Ҡала халҡы тамаша геройҙары һәм әкиәт поезы фонында иҫәтелеккә фотоға төштө, Ҡыш Бабайҙың күсмә резиденцияһын ҡараны.
Билет һатып алыусылар өсөн махсус программа әҙерләнгәйне. Программа поезд эсендә уйындарҙа һәм квестарҙа ҡатнашыуҙы, Ҡыш Бабай менән аралашыуҙы һәм татлы бүләкте үҙ эсенә алды.
Ҡыш Бабай поезы – “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән Вологда өлкәһе Хөкүмәтенең берлектәге проекты. Уға ярашлы, төп ҡышҡы тылсымсы яңы йыл программаһы менән Рәсәй ҡалалары буйлап сәйәхәткә сыға һәм илдең төрлө субъекттарында меңәрләгән балаға әкиәт бүләк итә. Ҡыш Бабай тәүге тапҡыр 2021 йылдың 5 декабрендә ҡунаҡҡа сыҡҡайны. Алдағы өс йылда поезд Рәсәй Федерацияһының 170-тән ашыу ҡалаһында булды.